+3 °С
Болотло
«Бер нисә ай үткәс кенә Русланға ҡыҙын ҡулына алып һөйөү бәхете тейҙе. Мәүлиевтар ғаиләһен ҡыуаныслы ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ата-әсәгә көс, сабырлыҡ, муллыҡ, күңелле мәшәҡәттәр, шатлыҡ, бәхет теләйбеҙ. Иң мөһиме – Русланға һәм ҡулына ҡорал тотоп, илебеҙ именлеген һаҡлаған ир-егеттәргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», - тип яҙған Борай районы хакимиәте башлығы.