Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2023, 09:23

Һин сөскөргәндә фәрештә нимә яҙа?

Сөскөргән кешегә йыш ҡына: "Иҫәнлеккә!" – тиҙәр. Был – боронғо этикетты һаҡлау. Күптәр, уны зыянлы ғәҙәт тип уйлап, шулай ти. Ә ни өсөн һуң?    

Һин сөскөргәндә фәрештә нимә яҙа?
Һин сөскөргәндә фәрештә нимә яҙа?

Сөскөрөүселәргә иҫәнлек теләү бик борондан килә. Ул замандарҙа шундай ауырыуҙар булған, хәҙер генә улар ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Шуларҙың береһе – "ғаләм шеше" – үпкә чумаһы. Был ҡурҡыныс сир еңелсә сөскөрөү һәм йүткереүҙән башланған һәм әкренләп киңәйгән. Шуға күрә лә йәмәғәт урынында сөскөрөү ғәҙәттән тыш ваҡиға һаналған һәм һәр кем, "ғәйепле"гә иҫәнлек теләп, үҙен һаҡларға тырышҡан.
Боронғо гректар иһә, аллалар кешеләрҙе сөскөрөргә мәжбүр итеп, уларға ниндәйҙер билдәләр ебәрә, тип уйлаған. Боронғо Римдә сөскөрөү һәр ваҡыт шатлыҡ хәбәрсеһе булған. Бәләкәй генә Купидон сибәр ҡыҙ тыуырға тейеш ваҡытта сөскөрә, тип уйлағандар. Ҡырыҫ император Тиберий уңышлы сөскөрөүҙән һуң йомшара торған булған. Ул хатта сөскөрөүҙе сәләмләй торған махсус указ сығарған: "Был һиңә файҙаға хеҙмәт итһен". Уны үтәмәгәндәр ҙур штрафҡа тарттырылған.
Боронғо Шотландияла ата-әсәләр ҙур иғтибар менән яңы тыуған сабыйҙарының сөскөрөүен көткән. Сөскөрөү баланың аң яғынан сәләмәт булыу билдәһе һаналған. Улар араһында "иҫәрҙәр сөскөрә белмәй" тигән ышаныу йәшәгән.
Азияның ҡайһы бер илдәрендә, сөскөрөү яҡшыға түгел, тигән ырым һаҡланған. Ул түбәндәге инаныуға нигеҙләнгән: тамуҡтағы хакимдар көн һайын үҙҙәренең китаптарына кемдәр тиҙҙән үләсәген яҙып бара, имеш. Нәҡ шул мәлдә кешеләр­ҙең сөскөргөһө килә, ти. Әгәр ҙә сөскөрмәҫкә тырышһаң, тамуҡ хакимы кемделер яҙырға онота, имеш!
Беҙҙең көндәрҙә һәр кем "Иҫәнлеккә!" тип әйтеүҙән сөскөрөүсегә бер ни ҙә өҫтәлмәүен һәм кәмемәүен белә, шулай ҙа боронғо талап һаҡланып килә. Ә иң дөрөҫө – "Йәрхәмбикаллаһ!" тиергә кәрәк.

Р. ТАЙСЫНОВА.

Фото: ppt-online.org

Автор:
Читайте нас: