Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2023, 16:25

Ер эйелгәнде ярата

Тиҫтәләгән йылдар баҡсасылыҡ тәжрибәһе булған Зөлфирә Заһитова һәм йәшелсә-емеш үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша.    

Ер эйелгәнде ярата
Ер эйелгәнде ярата

Тиҫтәләгән йылдар баҡсасылыҡ тәжрибәһе булған Зөлфирә Заһитова һәм йәшелсә-емеш үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша.    “Бәләкәй генә баҡсанан да йыл да үҙебеҙгә етерлек уңыш алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Йыбанмай әҙерәк бил бөгөргә генә кәрәк. Хәҙер бигерәк тә төрлө ҡоротҡос күбәләк-бөжәктәр ыҙалата. Шуның өсөн уларҙы өркөтөү маҡсатында төрлө саралар ҡулланырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, йәшелсәгә нашатыр спирты ҡушып һиптерәбеҙ (10 литр һыуға ике ҡалаҡ алына). Аралаштырып тоҙ иретмәһен дә ҡулланабыҙ (10 литрлы тулы биҙрәгә ярты стакан һалына). Тоҙҙа төрлө минералдар күп, шунлыҡтан йәшелсәләргә һут та бирә, ҡоротҡостарҙан да һаҡлай. Тағы бер ысул: бер биҙрә һыуға бер ҡалаҡ тоҙ һәм 300 грамм тирәһе көл һалып төнәтеп тә һиптерәбеҙ. Помидор ҡараймаһын өсөн эркет һыуын файҙаланырға була. Уға бер тамсы йод тамыҙғанда тағы ла яҡшы. Йодтың һыуҙағы ҡатнашмаһын еләк сәскә атыр алдынан һиптереү ҙә файҙаға – сәскә атҡанса ҡоротҡостар яҡынламай (10 литр һыуға 10 тамсы тирәһе). Ҡыш буйы йыйған һуған ҡабығы ла баҡсала бик ярап ҡала: уны һыуҙа ебетеп йәшелсәгә һибеп сығабыҙ, картуф сәскәндә төбөнә һалабыҙ. Яҡшы ашлама ла була, ҡорттарҙан да һаҡлай. Ҡыярға содалы һыу килешә, йәшелсәнең япрағы һарғаймай, уңыш күберәк була. Тик уны миҙгелгә өс тапҡыр ғына ҡулланырға кәрәк. 10 литр йылы һыуға ике ҡалаҡ соданы яҡшылап болғап, ҡоро көндә йәшелсәнең төбөнә яртышар литр ғына ҡойорға. Ошо пропорцияны боҙорға ярамай, киреһе килеп сығырға мөмкин. Сода йәшелсәләрҙе төрлө күбәләктән аралай, тупраҡты туҡландыра. Һыуҙы алһыулатырлыҡ ҡына итеп марганцовка һалып та һибәбеҙ. Был сараларҙы йәшелсәләр сәскә атмаҫ элек ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә”.  

Аклима Гизатуллина

Фото: https://unsplash.com/

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.

https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2023-05-17/er-eyelg-nde-yarata-3261107

Автор:
Читайте нас: