Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2023, 09:20

Ҡыуана-һөйөнә сепей үҫтергегеҙ килһә

Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:  

Ҡыуана-һөйөнә сепей үҫтергегеҙ килһә
Ҡыуана-һөйөнә сепей үҫтергегеҙ килһә

Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:

 

Күптәребеҙ хәҙер үҫкән, әҙер, бер аҙналыҡ һәм унан да ҙурыраҡ ҡаҙ бәпкәләре алырға күнегеп киттек. Тик һәр нимәнең ыңғай һәм кире яҡтары бар. Һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә, ҡошсоларға ниндәй һорауҙар бирергә?
Иң беренсе бәпкәләрҙең торған урындарына күҙ һалығыҙ, ҡоромо, таҙамы?
Бүлмә температураһы нисә градус, нимә ашайҙар, ниндәй һыу эсәләр, көнөнә нисә литр һыу һәм ярма ашайҙар, ҡаҙҙар аҙналыҡ икән, улар көтөләме? Махсус витаминдар эсерелгәнме, профилактика үткәрелгәнме, нисә көнлөк саҡта? Ғәҙәттә бикле, көтөлмәйсә, ҡаҙҙар эҫелә тора икән, улар үҙҙәрен үҙҙәре талап йолҡоша башлай, был саҡта бөтәүләй бойҙай бирә башлаһағыҙ ҡаҙҙар һеҙгә рәхмәт кенә әйтәсәк, шулай уҡ ҙур һауыт менән бер яҡ ситкә ҡом һәм көл ҡуйырға ла онотмағыҙ. Үлән ашатмайса биктә махсус ярмалар менән үҫтерелгән ҡаҙ бәпкәләренең муйындары, аяҡтары оҙон була. Бындай ҡаҙҙарҙы алып ҡайтыу менән тышҡа сығарыу дөрөҫ түгел. Уларҙы башта үҙегеҙҙең ҡоштар бүлмәһе температураһына өйрәтегеҙ, бишенсе, етенсе көндә генә әҙ-әҙләп ҡояшта сығарып көтә башлағыҙ, тик ҡаҙҙар оҙаҡ һәм өйҙән алыҫ ебәрелмәһен. Биктә үҫкән бәпкәләрҙең мускулдары нығынмаған һәм үҫешеп етмәүе сәбәпле улар алыҫ аранан, ҡапыл һыуыҡтан аяҡтарына ултырасаҡтар, ашауҙан баш тартасаҡтар. Ҡошсолар ниндәй ярма ашатҡан шул ярманы башта үҙегеҙ теләгән ярмаға ҡушып ашатып, бер нисә көндән үҙегеҙҙең ярмаға тулыһынса күсерегеҙ. Ҡаҙ бәпкәләренә биш көн сағынан башлап тереләй, сей бойҙай ашатыу тик файҙаға ғына. Тик ҡом ҡуйырға онотмағыҙ! Бойҙай ашаған бәпкә ҡаты ҡанат сығыу осорон еңел үткәрә һәм ризыҡҡа әрһеҙ, һайланмай ашаясаҡ! Ҡаҙҙар иртән ысыҡта көтөлһә бик яҡшы, тик файҙаға ғына, ҡояштың ҡыҙыу мәлендә көтөү дөрөҫ түгел, бигерәк тә ҡара ҡаҙҙар эҫегә тиҙ бирешә.

Автор

https://tamasha-rb.ru/news/novosti/2023-05-16/yuana-y-n-sepey-tergege-kil-3259148 

Автор:
Читайте нас: