Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2023, 09:27

Көҙгө мул уңыштың серҙәре нимәлә? Беләһегеҙме?

1. Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);  

Көҙгө мул уңыштың серҙәре нимәлә? Беләһегеҙме?
Көҙгө мул уңыштың серҙәре нимәлә? Беләһегеҙме?

1. Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);   2. 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә; 3. Сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы; 4. Помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк; 5. Помидор , ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта; 6. Һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода); 7. Еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға – 10 тамсы; 8. Йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.  

Сығанаҡ: Красноусол ағинәйҙәре

Фото: "Файҙалы" кәңәштәр төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова

https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2023-05-15/k-g-mul-u-yshty-ser-re-nim-l-bel-ege-me-3258783 

Автор:
Читайте нас: