Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2023, 11:52

Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре «Чубайс» ҡушаматлы этте эйәләштергән

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны хәрбиҙәре бер көсөктө үҙҙәренә эйәләштергән.

Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре «Чубайс» ҡушаматлы этте эйәләштергән
Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре «Чубайс» ҡушаматлы этте эйәләштергән

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны хәрбиҙәре бер көсөктө үҙҙәренә эйәләштергән. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына «Башҡорт батальоны» телеграм-каналынан билдәле булыуынса, уның ҡушаматы «Чубайс». «Борода» ҡушаматлы яугир «Чубайс» менән бергә фотоға төшкән.

Был Башҡортостан хәрбиҙәре махсус хәрби операция зонаһында хайуандар тураһында хәстәрлек күргән тәүге осраҡ түгел. Бынан алдараҡ мобилизацияланған яҡташыбыҙ этте гуманитар ярҙам килтергән ылау менән үҙенең тыуған яғына ҡайтарып ебәргәйне. Хәҙер илдең яңы биләмәләрендә уның мәнфәғәттәрен яҡлаған яугирҙе туғандары ғына түгел, дүрт аяҡлы дуҫы ла  көтә.

Ә былтыр бер подразделениеға ҡара бесәй килгән. Ир-егеттәр уға Еңеүгә ышаныс билдәһе итеп Донбасс тигән ҡушамат биргән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-15/voiny-bashkirskogo-batalona-imeni-shaymuratova-priyutili-psa-chubaysa-3257886

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас: