Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Май 2023, 15:20

"Күктә йыртҡыс ҡош күренһә, себештәр үлән араһына йәшенә"

Күркә себештәренә айырым иғтибар кәрәк. Инәһе булмаһа, уларҙы нисек тәрбиәләргә?  

"Күктә йыртҡыс ҡош күренһә, себештәр үлән араһына йәшенә"
"Күктә йыртҡыс ҡош күренһә, себештәр үлән араһына йәшенә"

Күркә себештәренә айырым иғтибар кәрәк. Инәһе булмаһа, уларҙы нисек тәрбиәләргә?   Ләйсән Хәйҙәркина күркә себештәрен тәрбиәләү тәртибен өйрәтә: "Өй күркәләре - бер хәл, инәләре кәрәкле үләндәрҙе ашатып ҡына үҫтерә бит. Ә бына гибрид ҡоштар витаминдарға мохтаж. 45 көнгә тиклем уларҙы дөрөҫ препараттар менән туҡландырып торһаң, артабан ауырыуҙарға бирешмәй, ем һәм үләндә генә үҫә".  Уның һүҙҙәрен хуплап, "ем һәм үлән ашап үҫкән өй күркәләренең ите татлы була. Шуныһы ҡыҙыҡ, күктә берәй ҡош күренһә, әсәһе тауыш биргән ыңғайы себештәр үлән араһына йәшенеп ята", тигән комментарий ҙа бар. Инәле бала инәле инде. Ә бына ҡошсоноң кәңәштәре: Аҫтарына сепрәк түшәргә. Өс көн 38,40 градус йылылыҡ булдырырға. Өс көн витаминлы һыу эсерергә. Өс көн бер литр һыуға бер грамм "Кепроцерил" порошогы иҙеп бирергә. Ете көн тигәндә ауырып торған кеүек булһалар, "Метронидазол" эсерәбеҙ, юҡ икән, 15 көндән эсерәбеҙ. 21-се көндә бер литр һыуға 0,5 миллилитр "Энрофлон" ҡушып бирергә - өс көн рәттән. Унан һуң өс көн буйы витамин курсы ҡабатлана.  27 көн, 30 көн тигәндә өс-биш көн дауамында бер литр һыуға 0,3 миллилитр ҡушылған "Тилозин" бирелә. Күркәләр үҙҙәренең махсус ярмаларын ғына яратып ашай. Ете көн тигәндә кесерткән, әрем, һуған, һарымһаҡ турап бирергә була. 15 көн тигәндә - эремсек. 21 көндә - яңы һауылған һөт. Күркә себештәре йылыны, таҙалыҡты ярата, шуға уларға айырым тәрбиә, иғтибар кәрәк.

Фото: laplaya-rus.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Автор:
Читайте нас: