+17 °С
Болотло
Түбәндәге ике рецепт йөҙ тиреһен йәшәртергә, уны тигеҙләргә булышлыҡ итә.
Беренсе ысул. Бының өсөн бер төймә активлаштырылған күмер, бер балғалаҡ желатин һәм бер ҡалаҡ һыу кәрәк. Желатин менән күмерҙе, бер балғалаҡ һыу ҡушып, ошо һауытты һыулы кәстрүлгә ҡуйып, иҙелеп бөткәнсе болғай-болғай утта тотабыҙ, әммә ҡайнатмайбыҙ. Иҙмә һыуынғас, биткә яғабыҙ ҙа 20 минуттан йыуып төшөрәбеҙ.
Икенсе ысул. Ике балғалаҡ һөт, бер балғалаҡ желатин ярҙамында битлек. Эшләнеше һәм ҡулланылышы алда бирелгән әҙерләү алымындағы кеүек.
Фото: fmcosmetics.ru