Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2023, 14:51

Ҡырҡыуға әҙер һарыҡты һеҙҙә нисек атайҙар?

Төгө ҡалҡҡан, йөнө ҡупҡан йә булмаһа...    

Ҡырҡыуға әҙер һарыҡты һеҙҙә нисек атайҙар?
Ҡырҡыуға әҙер һарыҡты һеҙҙә нисек атайҙар?

Төгө ҡалҡҡан, йөнө ҡупҡан йә булмаһа...

 

Һарыҡ өсөн ҡырҡылмаған йөн менән йөрөү бик хәүефле. Артыҡ йөндән тәне ҡыҙыуы ихтимал. Йөнөндә хәүефле микроорганизмдар барлыҡҡа килеү өсөн уңайлы шарт барлыҡҡа килә. Хатта күҙҙәре йөн менән ҡапланған һәм һарыҡ һуҡырайған осраҡтар билдәле. Һәм уның ауырлығы аҫтында һарыҡ тын ала алмай башлай.

Ә ҡырағай тәбиғәттә һарыҡтар нисек йәшәй тигән һорау тыуыр?

Ҡырағай һарыҡтарҙа ундай проблемалар булмай. Улар ҡышҡы йөнөн төшөрөү өсөн таштарға, ағастарға бәрелә һәм үләнгә ҡолай. Шулай еңел генә ҡойолоп бөтә.

Йорт һарыҡтарының йөнө кеше өсөн бик кәрәкле. Һарыҡты йылына ике тапҡыр ҡырҡалар. Был эште яҙ көнө эҫе төшмәҫ элек башҡаралар. Көҙгө һыуыҡтар алдынан бер аҙ йөндәре ҡалҡһын өсөн иртәрәк хәстәрләр кәрәк.

Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу алдынан 10 сәғәт көтөүгә ебәрмәгеҙ. Был уның ашҡаҙанын бушатырға мөмкинлек бирә.

Еүешләнгән һарыҡты ҡырҡыу уның һаулығында проблемалар тыуҙырыуы ихтимал.

Күгәрсен районының Аралбай ауылында йәшәүсе Рита Аҡкилдина яҙғы эштәрҙең береһен башҡарып та ҡуйған. Ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә видео менән бүлеште. Хужабикә төгө ҡалҡҡан сифатлы йөндән ойоҡ-бейәләй бәйләй.

Әйткәндәй, һеҙҙең йөнөн ҡырҡыуға әҙер һарыҡты нисек атайҙар? “Төгө ҡалҡҡан”, “йөнө ҡупҡан” йә “йөнө ҡалҡҡан” типме?

Рита Аҡкилдина видеоһы.

Фото: видеонан скриншот

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Автор:
Читайте нас: