Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Май 2023, 16:43

Алма һеркәһенең файҙаһын беләһегеҙме?

Тамағығыҙ ауыртамы, аяғығыҙ тартышамы, газ йыйыламы? Һеҙгә алма һеркәһе ярҙам итәсәк.   

Алма һеркәһенең файҙаһын беләһегеҙме?
Алма һеркәһенең файҙаһын беләһегеҙме?

Тамағығыҙ ауыртамы, аяғығыҙ тартышамы, газ йыйыламы? Һеҙгә алма һеркәһе ярҙам итәсәк. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

 

Алма һеркәһе

Фильтрҙан үтмәгән, пастеризацияланмаған алма һеркәһе күп ауырыуҙарға дауа. Уны шулай уҡ көнкүрештә лә ҡулланалар. Беренсе сиратта уны антибактериаль сара итеп ҡулланалар. Аяҡтарығыҙҙы алма һеркәһенә тығып ултырһағыҙ - бер аҙ һыҙлауы баҫыласаҡ. Тырнаҡтарҙағы бәшмәктәргә ҡаршы ла уны файҙаланалар, аяҡтағы насар еҫте бөтөрә.

Тамағығыҙ ауырта башлауын тойһағыҙ, 1 стакан йылы һыуға 4 аш ҡалағы алма һеркәһе ҡойоп, сәғәт һайын сайҡатып тороғоҙ.

Танауығыҙ көпләнһә ла алма һеркәһе ярҙам итәсәк, ул инфекциянан һаҡлай. Уның составындағы В һәм Е витаминдары, шулай уҡ кальций, калий, магний организм өсөн файҙалы икәнен беләбеҙ. Был микроэлементтар танау ҡыуышлығын таҙарта, аллергияны еңергә ярҙам итә. Бының өсөн 1 сәй ҡалағы алма һеркәһен 1 стакан һыуға ҡушып, болғатырға һәм тамсылап ҡына танауға тамыҙығыҙ.

Баштағы ҡауаҡтарҙы ла ул бөтөрә. Уның юғары кислоталы булыуы баш тиреһенең рН балансын нормалләштерә. Һеркәне һыу менән ҡушып яҡшылап болғатырға һәм сәсте бер аҙ еүешләтеп алырға. Һуңынан тағы ла нығыраҡ һыулап, 15 минут тирәһенә ҡалдырырға кәрәк. Бындай осраҡта сәстәр тағы ла ҡабыр китәсәк.

Аяҡтарығыҙҙы көҙән йыйырып, тартыша икән – һеҙгә калий етешмәй. Бындай осраҡта ла алма һеркәһе ярҙам итәсәк. Бер стакан йылымыс һыуға 2 аш ҡалағы һеркәгә 1 сәй ҡалағы бал ҡушып, яҡшылап болғатырға. Уны көн һайын иртәнсәк эсергә кәрәк.

Эсегеҙ күбеп, газ йыйыла икән – алма һеркәһен файҙаланығыҙ. Ашар алдынан 1 стакан һыуға 1 сәй ҡалағы алма һеркәһен ҡойоп, яҡшылап болғатығыҙ һәм эсегеҙ.

Өйҙәге насар еҫте бөтөрөүгә лә ярҙам итә. 1:1 пропорцияһында һыу менән һеркәне алып болғатығыҙ һәм өйөгөҙгә һиптереп сығығыҙ.

Алма һеркәһе кейемдәге төрлө таптарҙы бөтөрөүгә лә булышлыҡ итә.

Һыу торбаларын таҙартыу өсөн 1 сынаяҡ алма һеркәһенә 1 сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғатығыҙ. Һуңынан һыу ағып төшкән торбаға ҡойоп, ярты сәғәт тирәһе тоторға кәрәк.

Тоҙ менән алма һеркәһе ҡатнашмаһы мебелдәге таптарҙы бөтөрә.

Дауаланыу өсөн ҡулланғанда врач менән кәңәшләшегеҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

 

Алма һеркәһенең файҙаһын беләһегеҙме?
Алма һеркәһенең файҙаһын беләһегеҙме?
Автор:Лилия Такаева
Автор:
Читайте нас: