Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2023, 13:09

Ҡасан, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа доғалар мотлаҡ ҡабул була?

Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеү әҙәптәре  

Ҡасан, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа доғалар мотлаҡ ҡабул була?
Ҡасан, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа доғалар мотлаҡ ҡабул була?

Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеү әҙәптәре

 

1. Ҡәҙер кисендә.
2. Төндөң һуңғы өсөнсө өлөшөндә һәм фарыз намаҙҙарҙан һуң.
3. Аҙан һәм ҡәмәт араһында.
4. Һәр төндөң билдәле бер ваҡытында (ул ваҡытты Аллаһ ҡына белә).
5. Фарыз намаҙҙарға саҡырыу (аҙан) ваҡытында.
6. Ямғыр яуғанда.
7. Аллаһ юлындағы алышҡа (йыһат һуғышына) ингәндә.
8. Һәр йома көнөнөң билдәле бер ваҡыт арауығында. Ихтимал, был – йома көнөнөң икенде намаҙына бүленгән ваҡыттың һуңғы өлөшө, йәки хөтбә һәм йома намаҙы биләгән ваҡыт.
9. Ихлас һәм изге ниәттәрҙә йөрөүсе кешенең Зәмзәм һыуын эскәнендә.
10. Аллаһҡа сәждә ҡылғанда.
11. Кеше төндә уянып, Аллаһы Тәғәләгә Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) мөрәжәғәт иткән доғалар менән мөрәжәғәт итһә.
12. Йоҡлар алдынан тәһәрәт алып, шул төндә уянып, Аллаһы Тәғәләгә доға менән мөрәжәғәт иткән ваҡытта.
13. Кеше Аллаһы Тәғәләгә: «Лә иләһә иллә Әнтә, сүбхәәнә-кә! Инни күңтү минәҙ-ҙаалимиин!» («Һинән башҡа илаһ юҡ, дан Һиңә! Ысынлап та, мин ғәҙелһеҙҙәрҙән инем!») тигән доға менән өндәшһә.
14. Кешеләрҙең Аллаһҡа мәрхүм өсөн доға ҡылған ваҡыттарында.
15. Намаҙҙағы һуңғы тәшәһһүд ваҡытында, Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙар һәм Пәйғәмбәребеҙ өсөн доғалар ҡылғандан һуң.
16. Раббыбыҙға Уның «Аллаһ» тигән бөйөк исеме менән мөрәжәғәт иткәндә. Ошо исем менән өндәшеүсенең доғаһына Ул яуап бирә, ошо исем менән һораусының теләген Ул бойомға ашыра.
17. Мосолман кеше, дин ҡәрҙәше янында булмағанда, Аллаһҡа уның өсөн һорап мөрәжәғәт итһә.
18. Зөлхизә айының 9-сы көнөндә Ғәрәфәт тауында баҫып торғанда.
19. Рамаҙан айы ваҡытында.
20. Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрөүсе мосолмандарҙың осрашыуы ваҡытында (Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итһәләр).
21. Кешенең бәләгә юлығып, Аллаһы Тәғәләгә: «Ысынлап та, беҙ Аллаһтыҡы, һәм ҡайтуыбыҙ ҙа – Уға! Йә Аллаһ, тарыған бәләм өсөн мине бүләклә һәм уның урынына яҡшыраҡ нәмә бир!» - тип мөрәжәғәт иткән осрағында («Иннә ли-Лләһи үә иннә иләйһи раджи(ғ)үүн! Аллаһүммә-джүр-нии фии мүсыибәтии үә ахлиф лии хайрам мин-һү!»).
22. Йөрәктең Аллаһҡа ынтылғанында һәм кешенең Аллаһҡа ҡарата ҙур ихласлыҡ тойғанында.
23. Ҡыйырһытылғандың үҙен йәберләүсегә ҡарата булған ләғнәте.
24. Ата-әсәнең балаһы өсөн һораған доғаһы, Аллаһҡа мөрәжәғәте һәм, шулай уҡ, үҙ балаһын ҡәһәрләүсе ата-әсәнең ҡарғышы.
25. Мосафирҙың доға менән Аллаһҡа мөрәжәғәте.
26. Ураҙа ваҡытында, ураҙа тотоусы кеше Аллаһҡа ифтарҙан (ауыҙ асыуҙан) алда мөрәжәғәт итһә.
27. Ураҙа тотоусының ифтар (ауыҙ асыу) ваҡытында Аллаһҡа мөрәжәғәте.
28. Кем тарафынандыр көслөк менән нимә эшләргәлер мәжбүр ителгәндең Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәте.
29. Ғәҙел хакимдың (етәксенең) Аллаһҡа мөрәжәғәте.
30. Хөрмәтсел улдың Аллаһҡа ата-әсәһе өсөн доға ҡылыуы.
31. Кешенең тәһәрәт алғандан һуң Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) өлгөһөндә Аллаһҡа доғаһы.
32. Хаж ваҡытында бәләкәй бағанаға таш ташлаған саҡтағы доға.
33. Хаж ваҡытында уртансы бағанаға таш ташлаған саҡтағы доға.
34. Ҡәғбә эсендә һәм Әл-хижр тирәһендә (Ҡәғбә янында) булған кешенең Аллаһҡа мөрәжәғәте.
35. Аллаһы Тәғәләгә Мәккәләге Сафа ҡалҡыулығында тороусының мөрәжәғәте.
36. Аллаһы Тәғәләгә Мәккәләге Мәрүә ҡалҡыулығында тороусының мөрәжәғәте.
37. Әл-Мәш(ғ)әрүл-Харамда (Мөздәлифә яланында) тороусының Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәте.


Ғөмүмән, мосолман кешегә, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, доға менән Раббыһына йышыраҡ мөрәжәғәт итер кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйткән бит: «Минең ҡолдарым һинән Минең турала һораһа: Мин – яҡын, Мине саҡырһалар, Мин саҡырыусыға яуап бирәм…» («Һыйыр» сүрәһе, 2:186). Шулай ҙа үрҙә һанап үтелгән ваҡыт арауыҡтарына, унда күрһәтелгән шарттарға һәм урындарға айырым иғтибар биреү мөһим.


Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеү әҙәптәре

"Ваҡыт" гәзитенән.

 
Автор:
Читайте нас: