Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Февраль 2023, 09:52

Быларҙы белә инегеҙме?

АҠШ профессоры Л. Бастендың күрһәтеүенсә, бесәйгә ҡағылыу юғары ҡан баҫымын нормаға килтерә.

Быларҙы белә инегеҙме?
Быларҙы белә инегеҙме?
Американың эксперт төркөмө бесәйҙе “стресҡа ҡаршы көрәш”тә файҙаланыла торған саралар иҫәбенә индерә. Улар раҫлауынса, был өй хайуаны хужаларында инфарктты ла иҫкәртеүгә һәләтле, имеш.
***
Донъялағы иң тәүге океанариум 1938 йылда Американың Флорида штатында асылған. Көн һайын уның гигант һыу һауыттарына 26 миллион литр диңгеҙ һыуы ҡойола.
***
Донъялағы иң ҙур аквариум шулай уҡ Флорида штатында. Ул 1986 йылда асыла. Унда 90 төрлө өс мең балыҡ бар.
***
Донъялағы иң ҙур диңгеҙ тауы Яңы Зеландия менән Самов араһындағы диңгеҙ төбөндә. Ул 8690 метр бейеклектә урынлашҡан, ә түбәһе - һыу өҫтөнән 365 метр түбәнлектә.
***
Донъялағы иң ағыулы бәшмәк - төҫһөҙ поганка. Уны ашағандан һуң кеше һаташа башлай, аңын юғалта һәм 6-15 сәғәттән һуң үлә.
***
Донъялағы иң баллы әйбер - Көнбайыш Африкала үҫә торған катемфе үҫемлегенән алына торған талин. Ул шәкәрҙән 6150 тапҡырға баллыраҡ
***
Сысҡандар һыуһыҙ дөйәләргә ҡарағанда ла оҙағыраҡ тора ала.
***
Тауыҡ йылына яҡынса 19 йомортҡа һала.
***
Иң юғары ҡаны баҫымы - жирафта.
***
Ҡырмыҫҡалар йоҡламай.
***
Дельфиндар бер күҙе асыҡ килеш йоҡлайҙар.
***
Альбатрос 40 км тиҙлек менән осҡанда ла йоҡлап алырға мөмкин.
***
Донъялағы иң ҙур йән эйәһе - зәңгәр кит.
Читайте нас в
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: