Даирә
-2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль , 10:19

“Алтын тирмә” активистарҙы йыйҙы

Ошо көндәрҙә Күлләр менән Иҫке Муса ауылдары активистары "Алтын тирмә"лә ҡатнашты.

“Алтын тирмә” активистарҙы йыйҙы
“Алтын тирмә” активистарҙы йыйҙы

Күлләр быйылғы конкурсант булһа, Иҫке Мусалар ике йыл элек бәхеттәрен "Айыҡ ауыл" конкурсында һынап ҡарағайны. Ике команда ла мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт һәм тарих буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Уйынсылар ҡайһы бер темаларҙы ҡабатларға кәрәк тигән һығымтаға килде. Һәр ваҡыттағыса дуҫлыҡ еңде. Ярыш башҡорт йырҙары менән тамамланды. Һуңынан ҡунаҡтар көршәк әүәләү оҫтаханаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Сәй артында конкурстың үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшеү дауам итте. Иҫке Мусалылар кулләргә еңеү теләп хушлашты.
Илмира Ғәлиәхмәтова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в