1. Алма һәм кopицa.
Алманы нәҫек итеп турап, 500 мл һыу ҡойоғоҙ, 1 балҡалаҡ корица һалығы: һәм был эсемлекте көн дауамында эсегеҙ. Был ҡатышма матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм ашҡаҙан трактын таҙарта.2. Лимoн һуты һәм бал
2 аш ҡалағы лимон һутына 200 мл йылы ҙыу ҡойоғоҙ, шуға 1 балғалаҡ бал һәм бер семтем ваҡланған имбирь өҫтәгеҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Эсемлек ашҡаҙан трактын таҙартып ҡына ҡалмай, энергия ла өҫтәй.3. Имбиpлы эсемлек
Имбирь тамырын әрсеп,ваҡ итеп турарға һәм 1 литр һыу һалырға ла, ҡайнатып сығарып, һүрән утта 10 минут тоторға. Һыуынғас, 1 семтем корица һәм бер нисә аш ҡалағы шиповник сиробы өҫтәйбеҙ. Көн дауамында 100-150-әр мл ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсәбеҙ. Ашҡаҙан системаһы эшен, матдәләр алмашыуын яҡшырта.
💧4. Сөгөлдөр һуты
1 сөгөлдөр, 2 алма һәм 4 сельдерей һабағынан һут эшләп, 1-әр аш ҡалағы иртән һәм кисен ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ.
💧5. Сәләмәтлек коктейле
1 әфлисун, 1 лимон һәм 1 кишерҙең һутын һығып, 100 мл минераль һыу ҡушығыҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Арыуҙан шәп сара, унда антиаксидонттар бик күп.
💧6. Ҡыяр һәм сельдерей.
1 ҡыярҙы һәм 1 сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мил һыу өҫтәгеҙ. Көн дауамында эсегеҙ.