Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
8 Февраль 2023, 15:14

Эремсек рулеты бешерәйек

Сәй табынына бына тигән ризыҡ ул.  

Эремсек рулеты бешерәйекЭремсек рулеты бешерәйек
Эремсек рулеты бешерәйек

Бының өсөн кәрәк була:

250-300 грамм эремсек,
2 стакан он,
2 йомортҡа,
½  стакан шәкәр ҡомо,

250 г аҡ май,
самалап ванилин. 

Йомортҡаның һарыһын айырып алып, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо менән болғатып һәм йомшартылған аҡ май, иләктән үткәрелгән эремсек, он ҡушырға. Артабан барыһын бергә туғлап, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп, 1 см ҡалынлыҡтағы йәймәләр йәйергә.
Йомортҡа ағын ҡалған шәкәр ҡомо һәм ванилин менән туғлап, йәймәләрҙе майларға һәм рулет итеп төрөргә.
Рулеттан 2-3 см ҡалынлыҡтағы түңәрәктәр киҫеп, табаға теҙергә һәм 30 минут бешерергә.

“Татар халыҡ аштары”нан.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас