Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2023, 16:41

Башҡортостанда уртаса пенсия билдәле булды

2022 йылдың ноябрендә Башҡортостанда пенсионерҙарҙың дөйөм һаны 1,152 миллион тирәһе кеше тәшкил иткән, уларҙың 176,7 меңе эшләп йөрөгән. Был хаҡта республика статистиктары хәбәр итте.

Башҡортостанда уртаса пенсия билдәле булды
Башҡортостанда уртаса пенсия билдәле булды

Сағыштырыу өсөн: 2022 йылдың ғинуарында республикала 1,149 миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнгән, уларҙың 186,5 мең самаһы эшләгән.

2022 йылдың ноябрь башына Башҡортостанда тәғәйенләнгән уртаса пенсия 18 043 һумға еткән.

«Башинформ» хеҙмәт министры Антон Котяковҡа һылтанма менән хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә эшләмәгәндәр өсөн пенсия 4,8 процентҡа арттырылды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-01-23/stala-izvestna-srednyaya-pensiya-v-bashkirii-3115368

Автор:Галина Бахшиева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: