Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2023, 22:26

Быйыл машина алып булырмы?

Хаҡтар үҫешенә бәйле эксперттар фекере билдәле.  

Быйыл машина алып булырмы?
Быйыл машина алып булырмы?

2022 йыл Рәсәй автомобиль баҙары өсөн бик ауыр, көрсөклө йыл булды, тип билдәләй белгестәр бер тауыштан. Европа бизнесы ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, илдә машиналар һатыу, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 59 процентҡа кәмегән. Сит илдең билдәле брендтарының китеүе һәм ватан етештереүселәре өсөн комплектлаусылар килтереү проб­лемалары сәбәпле быйыл да хәл төҙәлер тигән өмөт юҡ. Авто Mail.ru баҫмаһы эксперттар һәм баҙарҙа ҡатнашыусылар фекерен белешкән – алдағы 12 айҙа яңы һәм тотонолған машиналар хаҡында ниндәй үҙгәрештәр көтөргә була? Быйыл ҡайһы ваҡытта машина һатып алыу файҙалы?

 

Автомобилдәргә хаҡтар нисек үҙгәрәсәк?

 

“Хаҡтар һумдың долларға һәм евроға ҡа­рата курсына бәйле. Автомобиль баҙары башлыса АвтоВАЗ һәм импорт баҙарынан тора. Ә был, тәү сиратта, милли валюта курсы Тольятти машиналарының үҙҡиммә­тенә һәм параллель импортҡа йоғонто яһай тигән һүҙ, – тип һөйләгән тармаҡ белгесе Петр Кирьян. – Әгәр һумдың тирбәлеүенән сығып фекер йөрөтһәк, хаҡтарҙың 10 процентҡа тиклем үҙгәреүен көтөргә кәрәк. Ләкин һумдың үҙен нисек тотоуын һәм хаҡтарҙың ниндәй булыуын икенсе кварталда ғына төҫмөрләй аласаҡбыҙ. (Барыһы ла һәйбәт булһа, һум урынында “торасаҡ”, юҡ икән – арзанаясаҡ)”.

Икенсе бер эксперт – “ВТБ Лизинг” компаниялар төркөмөнөң автолизинг продукт­тарын һатыу буйынса директоры Артем Киселевтың фекере шундай: “Производствоны локалләштереү һәм тауар күләменең артыуы һөҙөмтәһендә, етештереүҙең үҙҡиммәте кәмер тип ышанам. Шуға күрә автомобилдәргә тәҡдим ителгән хаҡтар ныҡ артмаҫ, моғайын, кәмендә 10 – 15 процент. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында “данлана” барған Ҡытай маркаларына ғинуарҙа ярайһы уҡ ташламалар тәҡдим иткән маркетинг акциялары дауам итә. Шуға күрә “ҡытайҙар”ға хаҡтар әллә ни “тешләшмәҫ”, минеңсә”.

 

Тотонолған автомобилдәр менән хәлдәр

 

“Быйыл күп нәмә геосәйәси хәлгә бәйле буласаҡ. 2021 йылдың аҙағында бер кем дә март башында тотонолған автомобил­дәргә хаҡтар 50 процентҡа тиклем артыр тип күҙалламай ине, – тип һөйләгән “КЛЮЧАВТО” автохолдингының үҫеш буйынса директоры Юлиә Овчинникова. – Әгәр хәл тотороҡло булһа, хаҡтарҙың бер аҙ ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был тотонолған автомобилдәр баҙарында тәҡдимдәрҙең аҙайыуы менән бәйле, сөнки автомобилгә эйә булыу ваҡыты артты”.

“Быйыл тотонолған автомобилдең хаҡы тышҡы факторҙарға бәйле буласаҡ. Күптәр һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһын сит ил валюта­һында һаҡлай. Курс үҫә башлау менән ҡулланыусылар йыйылған аҡсаны сығарырға һәм ҡиммәтле тауарҙар (мәҫәлән, авто­мобил­дәр) һатып алырға тырыша, – тип аңлатма биргәндәр АВТОДОМ компаниялар төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтендә. – Әлбиттә, тотонолған автомобилдәр хаҡына ихтыяж да ҙур йоғонто яһай. Тимәк, бындай авто­мобилдәрҙең һуңғы хаҡы тап һорау кимә­ленә, уның артыуына йәки кәмеүенә бәйле буласаҡ”.

 

Ҡасан машина һатып алыу яҡшыраҡ

 

“Бөгөн башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән маркаларға ихтыяж юғары. Шуға күрә дәүләт ярҙамы программаларында ҡатнашҡан моделдәрҙе генә йәки традицион көҙгө-яңы йыл алды юғары миҙгелендә арзаныраҡ хаҡҡа алып булыр тип уйлайбыҙ, – тигән ВТБ Лизинг компаниялар төркөмөнөң автолизинг продукттарын һатыу буйынса директоры Артем Киселев. – Ә Ҡытай продукцияһына килгәндә, ҙур ташламалар әленән бар (750 000 һумға тиклем)”.

“АвтоСпецЦентр” корпорацияһы белгес­тәре иһә машинаны әле алып ҡалыу яҡшыраҡ тигән фекерҙә.

“Бар етештереүселәр ҙә автомобилгә тәҡдим ителгән ваҡлап һатыу хаҡтарын иғлан итмәне әле. Валюталар курсының үҙгәреүенә бәйле уларҙың апрель-май айҙарына 3 – 7 процентҡа артыуы ихтимал. Шуға күрә, автомобиль кәрәк булһа, уны хәҙер үк һатып алыу яҡшыраҡ. Ассортимент бөгөн яңы автомобилдәр буйынса ла, тотонолғандары буйынса ла клиенттарҙың күпселек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә. Дефицит хаҡы ике миллион һумға тиклемге популяр седандар буйынса ғына һаҡлана – Kia Rio, Hyundai Solaris һәм Renault Logan”.

“Ренессанс страхование” компанияһының идара итеүсе директоры Сергей Демидовтың фекере лә шундай: әгәр аҡсағыҙ бар һәм машина кәрәк икән, әленән алығыҙ! Хаҡтар төшөүен көтөп ултырырға кәрәкмәй.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Автор:
Читайте нас: