Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2023, 19:38

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов иҫтәлегенә

Республикабыҙ оло юғалтыу кисерҙе. 2023 йылдың 11 ғинуарында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 89-сы йәшендә арабыҙҙан китте.

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов иҫтәлегенә
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов иҫтәлегенә

М.Ғ. Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуған.

1956 йылда Өфө нефть техникумын тамамлап, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләй башлай. 1964 йылда төп эшенән айырылмайынса Өфө нефть институтын тамамлай. 1960 йылдан алып 1990 йылға тиклем КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй. 1976-1978 йылдарҙа предприятиеның баш химигы һәм баш инженер урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1978-1986 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры була, 1990 йылға тиклем директор вазифаһын биләй.

СССР-ҙың халыҡ депутаты һәм СССР-ҙың Юғары Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

1990-1993 йылдарҙа М.Ғ. Рәхимов — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә, Федератив Килешеүгә һәм Башҡортостандан Федератив Килешеүгә Ҡушымтаға ҡул ҡуйыла.

1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана.

1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына ҡайтанан һайлана.

1993-2001 йылдарҙа — Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы.

1999 йылда М.Ғ. Рәхимов 2001 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһына ингән «Ватан — Бөтә Рәсәй» Бөтә Рәсәй партияһын ойоштороусыларҙың һәм рәйестәштәренең береһенә әүерелә.

2003 йылдың 21 декабрендә өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.

Рәсәй Президенты В.В. Путин күрһәтмәһе буйынса 2006 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай  депутаттары М.Ғ. Рәхимовҡа яңы биш йыллыҡҡа президент вәкәләттәрен йөкмәтә.

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведев М.Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә.

2010 йылдың октябренән Мортаза Ғөбәйҙулла улы — «УРАЛ» хәйриә фонды советы рәйесе. 2010 йылдың декабренән 2012 йылдың июненә тиклем  —«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы.

Республика етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа М.Ғ. Рәхимов уның социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостан илдең сәнәғәт яғынан үҫешкән алдынғы төбәктәренең береһенә, федераль бюджет донорына, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, машиналар эшләү һәм энергетика, аграр производство үҙәгенә әүерелде. Уның ярҙамында тиҫтәләрсә яңы предприятиелар һәм производстволар асылды, йөҙҙәрсә социаль объект төҙөлдө, ҡалаларҙың һәм райондарҙың юл, инженер инфраструктураһы яңыртылды, торлаҡ төҙөлөшө киң йәйелдерелде, тораҡ пункттарға газ үткәреү һәм төҙөкләндереү эштәре алып барылды. Республиканың мәғарифты, фәнде, һаулыҡ һаҡлауҙы, сәнғәтте, спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме менән бәйле. Уның тырышлығы менән дәүләт һәм туған телдәрҙе яҡлау өсөн шарттар булдырылды, милли-мәҙәни берләшмәләр, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ойошторолдо, республика халыҡтарының беренсе ҡоролтайҙары һәм съездары үткәрелде. Уның етәкселегендә «УРАЛ» хәйриә фонды бер нисә мөһим социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырҙы.

Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн М.Ғ. Рәхимов I һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», Рәсәй Федерацияһы халыҡтары дуҫлығы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет Билдәһе» ордендары, Рәсәй Федерацияһы Президентының, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең, Федерация Советының Почет грамоталары, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», «Халыҡтар дуҫлығы», Салауат Юлаев ордендары һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы», «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе», Өфө, Стәрлетамаҡ һәм республиканың башҡа ҡала-райондарының почетлы гражданы.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы дәүләт эшмәкәре, федераль кимәлдәге етәксе сифаттары, стратегик фекерләй, төплө уйланылған ҡарарҙар ҡабул итә белеүе, шул уҡ ваҡытта ихлас аралашыуы, ябай кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә тырышыуы менән айырылып торҙо. Үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте менән Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикала һәм унан ситтә тәрән хөрмәткә лайыҡ булды.  

Башҡорт халҡының бөйөк улы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, республиканың күренекле етәксеһе һәм патриоты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р. Ф. Хәбиров, К. Б. Толкачев, А. Г. Назаров, М. В. Забелин, А. А. Касьянов, А. Ш. Бадранов, Р. Х. Моратов, А. В. Марзаев, Л. З. Иғтисамова, И. Х. Сәғитов, И. А. Тажетдинов, И. И. Фәзрахманов, А. Н. Шельдяев,
А. Ф. Абдрахманов, У. Т. Килсенбаев, И. Р. Әхмәтвәлиев, А. Н. Лазеев, Р. Р. Мәүлиев, В. П. Угаров, М. С. Исҡужин, Р. И. Байдәүләтов, Р. С. Бакиев, Р. У. Диваев, И. А. Ғәбитов, А. Т. Сәғитов, У. Н. Бакиров, Ф. А. Ямалетдинов, П. Р. Качкаев, К. Н. Рамазанов, В. Б. Мартыненко, В. М. Шәрипов, Г. Ф. Мирошниченко.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-12/pamyati-pervogo-prezidenta-bashkortostana-murtazy-gubaydullovicha-rahimova-3102613

 
Автор:
Читайте нас: