Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Декабрь 2022, 15:02

Өфөлә урам камераларында кешеләрҙе таныу өсөн биометрик система индерелә

Өфөнөң ҡайһы бер райондарында 2023 йылда видеокүҙәтеү камералары аша кешеләрҙе таныу өсөн биометрик система индереү күҙаллана. 

Өфөлә урам камераларында кешеләрҙе таныу өсөн биометрик система индерелә
Өфөлә урам камераларында кешеләрҙе таныу өсөн биометрик система индерелә

Был турала 1 декабрҙә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында үткән матбуғат конференцияһында Һаҡлыҡ банкының республика бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге видеокүҙәтеү камераларын файҙаланыу күҙаллана.

«Әлегә һынау тураһында һүҙ алып барабыҙ. Яһалма интеллект нигеҙендә ул эҙләү буйынса мәғлүмәттәр базаһында булған кешеләрҙе табасаҡ. Эске эштәр министрлығы менән үҙ-ара эш итеүҙең билдәле бер схемаһы бар, шуның буйынса мәғлүмәттәр хоҡуҡ һаҡлаусыларға тапшырыласаҡ », - тине Азамат Сәлихов.

Яңы система кешенең йөҙөн генә түгел, атлап йөрөшөн дә асыҡлаясаҡ. Был енәйәтселәр битлек кейгән осраҡтарҙа ярҙам итергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-01/v-ufe-vnedryat-biometricheskuyu-sistemu-raspoznavaniya-lits-cherez-ulichnye-kamery-videonablyudeniya-3053250

Автор:Ксения Калинина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в