Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2022, 16:53

Ҡоралайҙы кем атҡан?

Браконьерға 200 мең һум штраф һалынасаҡ.

Ҡоралайҙы кем атҡан?
Ҡоралайҙы кем атҡан?

Шаран районының Шарлыҡбаш ауылы янында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторҙары тәбиғәтте һаҡлау буйынса рейдҡа сыҡҡанда атылған ҡоралайға юлыға. Шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары саҡырыла.

Бер йәшкә тиклемге ҡоралай законһыҙ рәүештә атылған. Кеше күҙенә күренмәһен өсөн уны ҡар һәм ботаҡтар менән ябып, йәшереп киткәндәр.

— Был таулы урын Шаран районының йәмәғәт һунар урындары биләмәһенә ҡарай. Шаран районының һунар итеү урындарында Себер ҡоралайын атыуға бер рөхсәт тә бирелмәгән,  сөнки әлеге төбәктә был төрҙөң һаны аҙ. Тәбиғәткә 200 мең һум күләмендә зыян килтерелгән. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары, беҙҙең инспекторҙар браконьерҙы асыҡлау менән шөғөлләнә. Уның эҙенә оҙаҡламай төшөрбөҙ тип ышанам, — ти Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев.

Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: