Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь , 10:02

Роза сәскәләрен ҡасан ҡырҡырға?

Розаларҙы төнгө температура 0, көндөҙ +3-5 тора башлағас киҫергә кәрәк. Ботаҡтары киҫкәндә аҡтыҡ бөрөнән 1 см тирәһе өҫтәнерәк ҡыялап киҫергә кәрәк. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Роза сәскәләрен ҡасан ҡырҡырға?
Роза сәскәләрен ҡасан ҡырҡырға?

Розаларҙы ҡасан киҫергә һәм ҡапларға? Розаларҙы төнгө температура 0, көндөҙ +3-5 тора башлағас киҫергә кәрәк. Ботаҡтары киҫкәндә аҡтыҡ бөрөнән 1 см тирәһе өҫтәнерәк ҡыялап киҫергә кәрәк. Аҡтыҡ бөрө тышҡа ҡарап ҡалырға тейеш (рәсемен ҡуйҙым). Ни өсөн ҡыялап киҫергә кәрәк? Сөнки ҡыялап киҫмәһәң шул урында һыу тамсылары ултырып ҡала һәм серетә һабаҡты. Киҫкәс зеленка һөртөп сығырға була. Шунан Абига-Пик 50 г 10 л һыуға, железный купорос 300 г 10 л һыуға йәки бордоская смесь һиптерергә кәрәк. Хәҙер ашлама һибергә кәрәк. *Калимагнезия 15-25 гр бер төпкә. * Монофосфаткалия 10-20 гр бер төпкә. *Сульфат калия 8-10 гр менән двойной суперфосфат 8-10 гр бер төпкә. *Осень, Осеннее тигән әҙер ашламалар бар шуларҙы һибергә була. Әйләнә-тирәһенә һибеп сығып күмеп ҡуйығыҙ. Ә температура төндә -2-4, көндөҙ -5--7 тора башлағас ҡаплай һалығыҙ.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в