Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Октябрь 2022, 08:43

Һеҙ ҡамырҙы һыуҙа ҡайнатаһығыҙмы?

Ҡыҙыҡ, эйеме? Бик һирәк хужабикә тәмле бәлеш-ҡалас бешереүенең серен ошолай аңлаталыр...

Һеҙ ҡамырҙы һыуҙа ҡайнатаһығыҙмы?
Һеҙ ҡамырҙы һыуҙа ҡайнатаһығыҙмы?

Тәмле бәлеш-ҡалас бешереү өсөн өсөн:

Һөт - 250 мл

Һыу - 250 мл

Шәкәр - 1 аш ҡалағы

Тоҙ - 1 аш ҡалағы

Сүпрә - 10 грамм

Аҡ май - 50 грамм

Он - 700 грамм

Һибеү өсөн кунжут

Сода - 1 аш ҡалағы кәрәк.

Тәүҙә ҡамыр баҫып, 10 минутҡа һалып торорға. Шунан йомарламдарҙы үҙҙәрен генә йә эслек һалып ике яҡтан да 30-ар секунд бер аш ҡалағы сода һалынған ҡайнар һыуҙа тотоп алырға. Ипләп кенә һыуҙан алып, пергамент ҡағыҙҡа теҙергә һәм бысаҡ менән өҫтөнә биҙәктәр яһап, 180-190 градуслыҡ эҫе мейестә 20-25 минут бешереп алырға.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото souspark.ru

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: