Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2022, 16:55

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды. Иртәгә республикала  +20 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар.

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды
Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы башланды

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 14 сентябрҙә республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус. Урыны менән ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ+15, + 20 градус.

15 сентябрҙә шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус. Урыны менән ҡырау. Көндөҙ иһә +15, +20 градус.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы +22, +23 градусҡаса күтәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-13/v-bashkiriyu-prishlo-babie-leto-2946828

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-13/bash-ortostanda-bey-r-syua-y-bashlandy-2947172

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: