Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2022, 14:50

Ҡырмыҫҡа һуты бик файҙалы...

Иң файҙалы эсемлектәрҙән һанала.

Ҡырмыҫҡа һуты бик файҙалы...
Ҡырмыҫҡа һуты бик файҙалы...

Ҡытайҙа ҡырмыҫҡа һуты иң файҙалы эсемлектәрҙән һанала.
Уның составында аҡһым бик күп. Бынан тыш, микроэлементтарға, мәҫәлән, цинкка бай. Шуға ла һутты төрлө ауырыуҙар ваҡытында дарыу итеп ҡулланалар. Өҫтәүенә, туҡлыҡлығы иттекенә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк, имеш.

Ҡырмыҫҡа майы, йәки ҡырмыҫҡа һуты менән дауаланыу башҡорт халҡында ла ныҡ таралған. Ҡырмыҫҡа иләүен ҡулланып, бик файҙалы крем яһай белгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Уны һөрткәндән һуң бит йомшаҡ ҡына булып, төрлө һытҡы-сабыртҡылар бөтә икән. 

Ҡырмыҫҡа майы иләү өҫтөндә күпереп ята. Йәйгеһен көндәр оҙайлы эҫе торһа, ҡырмыҫҡалар майҙы иләүҙең өҫтөнә сығара икән. Әйткәндәй, кешеләр элек-электән ҡырмыҫҡа майы менән дауаланған. Мәҫәлән, майҙы быуындар һыҙлағанда шул урынға һөрткәндәр, бил ауыртҡанда уның менән ыуған.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: