Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2022, 11:22

«Терроризмға – юҡ!»

Әлеге заманда террористик ҡурҡыныс иң мөһим һәм хәүефле проблемаларҙың береһе булып ҡала һәм уға ҡаршы көрәш алып барыла. Шуға күрә беҙҙең балалар баҡсаһында балалар һәм ата-әсәләр менән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ҡарата аңлы һәм яуаплы ҡараш тәрбиәләү буйынса даими эш алып барыла.  

«Терроризмға – юҡ!»
«Терроризмға – юҡ!»

Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө 2004 йылдың 1-3 сентябрь көндәрендә Беслан ҡалаһында булған фажиғәле хәлдәргә бәйле булдырылған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге террор акты һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була – уларҙың 186-һы балалар, 15-е уҡытыусылар, 10-ы хәрбиҙәр, ҡалғандары ата-әсәләр һәм килгән ҡунаҡтар. 900-ҙән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр ала.

Республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Үҙ-ара аңлашыу, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт –тыныслыҡтың һәм именлектең төп нигеҙ ташы.

Был көн уңъайынан мәктәптәрҙә һәм башҡа белем биреү учреждениеларында «Экстремизмға – юҡ!» исеме аҫтында махсус дәрестәр, был темаға бағышланған түңәрәк өҫтәлдәр, лекция һәм тематик кисәләр уҙа. Беҙҙең балалар баҡсаһында ла ошо темаға арнап, сара уҙғарылды.

Балаларға “Йомро икмәк”, “Бүре һәм кәзә бәрәстәре” әкиәттәрен уҡып, балаларға һаҡ булырға, үҙҙәре генә өйҙә булғанда сит кешеләргә ишек асмаҫҡа икәнлекте аңлаттыҡ. “Бәлә булмаһын өсөн” темаһына әңгәмәләшеү барышында балалар менән сюжетлы-уйынлы ролдәр, викториналар, ҡатмарлы хәлдәрҙе хәл итеү, элек алған белемде нығытыу уҙғарылды.

Дәрес барышында полиция хеҙмәткәре булып кейенгән Ғәлиә Ҡолбахтинаның хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыуын балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Тәрбиәсе Илмира Сәлимйәнова саф һауала балаларҙы урамдағы “зебра” аша дөрөҫ  үтергә өйрәтте, етеҙлеккә, ҡыйыулыҡҡа, сыҙамлылыҡҡа йүнәлтелгән “Төҫлө машиналар” хәрәкәтсән уйынын уйнатты.

Гүзәл Ғәләүетдинова.

Сахай балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: