Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2022, 15:36

Илау ҙа файҙалы

Баҡтиһәң, илау файҙалы икән.

Илау ҙа файҙалы
Илау ҙа файҙалы

Баҡтиһәң, илау файҙалы икән бит! Ә беҙ ундай кешене “балауыҙ һыҡма әле” тип әрләргә яратабыҙ.

Ана шул балауыҙ һыҡҡанда лизоцим тигән фермент бүленеп сыға ла 10 минут эсендә кәрәкмәгән бактерияларҙың 90-95 процентын үлтереп бөтөрә, тиҙәр.
Илау тағы ла күҙҙәрҙе һаҡлай. Бер минутта кеше 10-15 тапҡыр күҙен йомоп ала – күҙ алмаһы дымлана. Ә дым етмәһә, ҡабаҡтар ҡорой, ул ауырыуҙы табиптар “быуат сире” тип атай хатта. Йәш элпәһе зарарланыуы арҡаһында яҡтылыҡтан күҙ сағыла, әрнеп ауырта башлай. Ваҡытында дауаханаға бармаһаң, күреү һәләте лә юғалыуы мөмкин.
Ә өлкәндәргә илау бөтөнләй һәйбәт: организмдан стресты сығара, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк тибеше нормалләшә. Шуға күрә тыйылырға ярамай, булған хроник сирҙәрегеҙҙең аҙып китеүе ихтимал.
Ҡаты итеп бәрелгәс, ауыртыуҙан үҙенән-үҙе күҙ йәшенең атылып сығыуы ла тиктомалға түгел. Ул ауыртыуҙы кәметә. Ҡайһы бер белгестәр, илау организмды кислородҡа байыта, ти. Шулай булғас, илайһы килгәндә – тыйылмағыҙ, күҙ йәштәрегеҙгә ирек бирегеҙ!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: