Даирә
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь , 09:10

Башҡортостанда Ғафури районында ял паркын булдырыу өсөн инвестор эҙләйҙәр

Республикала «Еҙем» ял биләмәһе» агротуристик проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор эҙләйҙәр. Проектҡа инвестициялар күләме – 75,8 миллион һум, шул иҫәптән 26 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда Ғафури районында ял паркын булдырыу өсөн инвестор эҙләйҙәр
Башҡортостанда Ғафури районында ял паркын булдырыу өсөн инвестор эҙләйҙәр

Проектты бойомға ашырыу буйынса ҡарар әҙерләнгән дә инде. Паркта ивент-киңлек, балалар майҙансыҡтары, кафе, мунсалар, шулай уҡ йорттар төҙөлә, палатка лагеры өсөн майҙансыҡтар була. Ләкин «Еҙем» ял биләмәһенең төп үҙенсәлеге – альпака-парк. Тәүҙәрәк бында ике йәнлек аҫрау, артабан уларҙың һанын арттырыу көтөлә.

Майҙаны 3 гектар тәшкил иткән инвестиция майҙансығы Ғафури районында урынлашҡан. Проектты уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын, шулай уҡ инфраструктура объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм яңыртыу, уларҙы инженер һәм транспорт селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар биреү ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-05/v-bashkirii-ischut-investora-dlya-sozdaniya-parka-otdyha-v-gafuriyskom-rayone-2935557

Автор:Роман Якимчук.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас в