Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Август 2022, 11:05

Ҡатын менән ир батҡан

Инде көҙ етте тиерлек, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман батыуҙар дауам итә. Быға эҫе торған көндәр сәбәпсе. Әле Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән йәнә ике бәхетһеҙ осраҡ тураһында хәбәр иттеләр.  

Ҡатын менән ир батҡан
Ҡатын менән ир батҡан

Тәүгеһе кисә Ауырғазы районында, Туҡай ауылы янындағы күлдә була. Бында 1952 йылғы ир бата. Әле уның кәүҙәһе табылмаған, водолаздар бөгөн эҙләй башлаясаҡ.

Ишембай районында Ағиҙел йылғаһында булған фажиғә 1972 йылғы ҡатындың ғүмерен өҙә. Батып үлгән ҡатындың кәүҙәһен полиция хеҙмәткәрҙәре алып сыға. Был урын һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән булған.

Был йәһәттән ҡотҡарыусылар иҫкәртә. Көндөҙгө сәғәттәрҙә һаҡланған ярайһы уҡ эҫе һауа торошона ҡарамаҫтан, төндә һалҡын, быға аптырарға түгел – иртәгә көҙ башлана. Һыу төнөн һыуынырға өлгөрә. Йыһазландырылмаған урындарҙа һыуға инмәгеҙ, тирә-яҡтағы һауа һәм һыу температураһы төшөүе тән тартышыуына, йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуына килтереүе мөмкин. Әгәр һеҙҙең янда ярҙам итерлек бер кем дә табылмаһа – хәлдең фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм эскән килеш һыуға инмәгеҙ. Ғүмерегеҙҙе һаҡлағыҙ – ул берәү генә.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: