

БУҒА
Аҙна башында хәл-шарттарҙы тейешенсә күҙаллап, мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Дөрөҫ йүнәлеште һайлау һөҙөмтәһендә һөнәри үҫешкә, шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә алға китешкә өлгәшерһегеҙ, моғайын.
ИГЕҘӘКТӘР
Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡламаҫҡа кәңәш ителә. Фекерҙәр ҡапма-ҡаршылығы көслө, хис-тойғолар тотороҡһоҙ мәл.
ҠЫҪАЛА
Аҙнаның тәүге яртыһында ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү менән мәшғүл булырһығыҙ, моғайын. Отош артынан ҡыуыу яҡындарығыҙҙа ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыуы, низағлашыуығыҙ ихтимал.
АРЫҪЛАН
Тормош мәшәҡәттәренән ялҡып, яңғыҙ ҡалғығыҙ килер. Шуға күрә аҙнаның тәүге яртыһында аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметергә кәңәш ителә.
ҠЫҘ
Белем алыуға йәки сәфәргә бәйле мәсьәләләр байтаҡ булмаҡсы. Тейешле документтар тултырыу өсөн төрлө инстанцияларҙа йөрөрһөгөҙ. Сәләмәт тормош алып барырға кәңәш ителә.
ҮЛСӘҮ
Бер ниндәй сәбәпһеҙ туғандарығыҙ менән осрашыу күңелле минуттар бүләк итер. Шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлек өлкәһендә ғәҙәттәгенән күберәк көс һалырға тура килер, моғайын.
САЯН
Эске һиҙемләүегеҙ, хис-тойғолар нигеҙендә ҡылған ҡайһы бер ғәмәлдәрегеҙҙе яҡындарығыҙ аңлай алмаҫ кеүек. Шуға күрә тәнҡит һүҙҙәре лә ишетергә тура килер, моғайын.
УҠСЫ
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр сығып торор. Тик күңелһеҙлеккә бирелмәгеҙ, юғиһә хәлдәр ҡатмарлашыр ғына. Аҙна башында эштәге мәсьәләләрҙе сисергә тура килер.
ЫЛАҠ
Үҙ көсөгөҙгә ышанһағыҙ ҙа, тәҡдим ителгән ярҙамдан баш тартмағыҙ. Аҙнаның башы партнерлыҡ, һөҙөмтәләргә бергә өлгәшеү өсөн ҡулай.
ҺЫУҒОЯР
Ғаилә мөнәсәбәттәрендә уңыш көтөлә. Тик аҙна уртаһында хәлдең бер аҙ үҙгәреүе ихтимал. Хоҡуғығыҙҙы, фекерегеҙҙе яҡларға тура килер. Уның ҡарауы, ғәҙеллек тантана итер, барлыҡ мәсьәлә ыңғай хәл ителер. Эш урынында етәкселек менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ.
БАЛЫҠ
Был аҙнала күп йәһәттән бәхет йылмайыр. Тик яҡшы ваҡиғаларға үҙегеҙ генә ҡамасауламаһағыҙ ине. Осор башында мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ ихтимал. Яратҡан кешегеҙ бар икән, был көндәрҙә унан матур бүләк, яҡшы хәбәр көтөгөҙ.