Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
4 Август 2022, 10:48

Метеорологтар республикала август айына һауа торошона фараз бирҙе

Росгидромет белгестәре әҙерләгән гидрометеорология бюллетене мәғлүмәттәренә ярашлы, августа илдең күпселек биләмәһендә һауа температураһының уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә (15,5-16,9 градус йылы) булыуы көтөлә.

Метеорологтар республикала август айына һауа торошона фараз бирҙеМетеорологтар республикала август айына һауа торошона фараз бирҙе
Метеорологтар республикала август айына һауа торошона фараз бирҙе

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә яуым-төшөм нормаға ярашлы, ләкин Волга буйы федераль округының көньяғында һәм көнсығышында, атап әйткәндә, Башҡортостан урынлашҡан ерҙә, норманан аҙыраҡ була. Өфөлә яуым-төшөмдөң уртаса айлыҡ нормаһынан 75 проценты ғына көтөлә (норма - 54 миллиметр), шул уҡ ваҡытта һауа температураһының ошо урын өсөн климат нормаһынан 1,1 градусҡа юғарыраҡ (17,6 градус) булыуы ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/meteorologi-dali-prognoz-pogody-na-avgust-v-bashkirii-2897533

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас