Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июнь 2022, 12:39

85 йәшлек Мәүзифа инәй танауыбыҙға сиртте!

Оло кеше шул тиклем ара үтеп, ейәне артынан баш ҡалаға килә. Балаңдың балаһы балдай татлы шул...  

85 йәшлек Мәүзифа инәй танауыбыҙға сиртте!
85 йәшлек Мәүзифа инәй танауыбыҙға сиртте!

Уҙған ялдарҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй олимпия көнө үтте. Спорт һөйөүселәр Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге алдындағы майҙанда байрамға йыйылды. Был сарала лайыҡлыларға спорт өлкәһендәге гранттар һәм махсус программалар сертификаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлил районынан Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренеры Илмир Бүләкбаев һәм Белорет районынан бокс буйынса тренер Фидан Сибәғәтов та бар ине. Улар "Ауыл тренеры" программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.

Ғәҙәттә, һәр төрлө конкурс, концерт, ошондай бүләкләү сараларына бәхетлеләрҙең яҡындары, дуҫтары, таныштары килә. Улар бүләкләнеүсене сәскәгә күмә, йүгереп йөрөп фотоға һәм видеоға төшөрә. Үҙенә күрә ярҙам төркөмө ролен үтәйҙәр.

Мин дә башҡалар араһында сәхнә ҡаршыһына тороп, ҡустым Илмирҙың тантаналы мәлен тарихҡа индерергә тырышам, янымда ҡустымдың дуҫы ла шул уҡ эш менән мәшғүл.

Күңелебеҙ булып, сәхнә артына лауреатты ҡаршы алырға йүгергәндә эшлекле костюмдағы йәш егет ыҡсым ғына кейенеп, яулыҡ бәйләгән өлкән йәштәрҙәге инәйҙе етәкләп-ҡултыҡлап, сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә яй ғына үҙәк бинаһына табан ыңғайлайҙар ине. Үҙебеҙҙең милләттәштәр икәнен самалап, яндарына барып һүҙ ҡуштым. Таныштым.

– Сермән ауылынан бына Фидан ейәнемде ҡотларға килдем, – тине Мәүзифа Ҡолсобай ҡыҙы, тыйнаҡ ҡына йылмайып.

Мине 85 йәшлек оло кешенең шул тиклем ара үтеп, баш ҡалаға ейәненең шатлығын уртаҡлашырға килеүе ғәжәпләндерҙе лә, һоҡландырҙы ла. Бына ул - ысын, бына ул - иң ҙур йөрәкле көйәрмән!

Беҙҙең кеүек йүгереп йөрөп һөйөүен дә күрһәтмәне, ситтә тыйнаҡ ҡына йылмайып баҫып торҙо, шулай ҙа иң бәхетле кешеләр ошо өләсәй менән ейән булғандыр был көндө. Иркенләп һөйләшергә ваҡыт булмаһа ла, кискеһен, ауылына ҡайтҡас, Фидан менән телефон аша аралашып алдыҡ.

Егет балаларҙы тай боксы серҙәренә өйрәтә икән. Үҙе бик музыкаль шәхес тә – Учалы сәнғәт колледжын, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Армияла хеҙмәт иткән. Колледжда уҡығанда тай боксы менән ҡыҙыҡһынып китә. Аҙаҡ ауылында ла секция аса һәм балаларҙы күнектерә башлай. Музыка мәктәбендә, янғын һүндереү часында эшләй, хәҙер Белорет балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Сермәндәге спорт мәктәбен асҡан. Уның тәрбиәләнеүселәренең уңыштары күп кенә. Һуңғы йыл эсендә генә 23 алтын, 15 көмөш, биш бронза миҙал яулағандар. Бына әле шуның өсөн "Ауыл тренеры" программаһы сертификатына лайыҡ булған.

Фидан башлыса өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән, шуға уларҙың мөнәсәбәте бик йылы һәм яҡын. Мәүзифа инәй биш бала бағып үҫтергән, Фидан – кинйәһе Мараттың улы. Элек колхозда, балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Ейәнен ҡурай класына йөрөткән, яҡшы тәрбиә биргән, әле лә ярҙам итеп тора икән.

- Өләсәй, минең менән Өфөгә бараһыңмы, тигәйнем, әйҙә һуң, тине. Таңғы 6-ла сығып киттек. Көнө буйы минең менән йөрөп, ҡыуанып ҡайтты. Ауырығанын да онотто. "Әллә нисек ауырыманым да бит юлда", тине шатланып, – ти Фидан.

Бына шундай шәп өләсәй ул Мәүзифа Сибәғәтова. Сермәндәр, күрһәгеҙ, сәләм әйтегеҙ инәйгә!

Автор фотоһы.    

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: