Даирә
+26 °С
Облачно
Төрлөһөнән
17 Июня 2022, 06:23

Серәкәй тешләгән урын ҡысытмаһын тиһәң...

Серәкәй тешләгәндән һуң эй, ҡысытып, эй, әсетеп тора урыны, бигерәк тә балалар хитланалар. Шул саҡта был ысулдар һеҙгә ярҙамға килер.

Серәкәй тешләгән урын ҡысытмаһын тиһәң...Серәкәй тешләгән урын ҡысытмаһын тиһәң...
Серәкәй тешләгән урын ҡысытмаһын тиһәң...

Көндәр йылынып өлгөмәне, серәкәй безелдәй ҙә башланы. Серәкәй тешләгәндән һуң эй, ҡысытып, эй, әсетеп тора урыны, бигерәк тә балалар хитланалар. Шул саҡта был ысулдар һеҙгә ярҙамға килер. Сәй ағасы майы, бал, һөтлө һыу, лимон һуты, ала миләүшә майы... был тәбиғи дауа, ысынлап та, йәйге серәкәй менән көрәштә ярҙам итер.
🌿Сәй ағасы майы
Ҡысытҡан урынды тынысландыра, шеште һәм һыҙланыуҙы баҫа. Шулай уҡ антибактериаль эффектҡа эйә, артабан боҙолоуға юл ҡуймай. 

🌿Бал 
Бал шешеүгә ҡаршы сара булып тора һәм ҡысытыуҙы баҫа.

 🌿Һөт һәм һыу 
Һөт менән һыуҙы бер үк кимәлдә ҡушып болғатығыҙ ҙа сепрәкте йә мамыҡты манып алып, ҡысып торған урынға һөртөгөҙ. Тынысланып ҡалыр. 

🌿Лимон һуты 
Ҡысыған урынды баҫыр, шулай уҡ антибактериаль эффектҡа эйә.

🌿Ала миләүшә (лаванда) майы 
Был майҙы серәкәй тешләгән урынға тамыҙығыҙ. Ул сағында тырнап, шештермәҫһегеҙ. 

🌿Бөтнөклө теш пастаһы 
Теш пасталары составында ментол бар. Ул һалҡын кеүек тойғо уятыр һәм ҡысыу баҫылып торғандай тойолор.

🌿Базилик
Базилик япраҡтарында һалҡынлыҡ тойғоһон уятҡан химик матдәләр бар. Бер нисә япраҡты иҙеп, серәкәй тешләгән урынға баҫығыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Йәй шатлыҡлы мәлдәр менән генә иҫтә ҡалырлыҡ булһын! ☺️

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас