Татыу һәм ышаныслы ғаилә
Һәүәләй ауылында зауыҡ менән төҙөлгән заманса йорттарҙың матурлығына хайран ҡалырлыҡ. Йәш ғаиләләрҙең тырышып эшләп, балалар үҫтереүе һөйөнөслө. Уларҙың һәр береһе үҙенсә бәхетле.
Гөлнара менән Илгиз Садиҡовтарҙың йорто ла әллә ҡайҙан балҡып, егәрле хужалар йәшәүен белдереп тора.
- Мин тыумышым менән Ҡаҙағстандан булһам да, тамырҙарым Илеш районына барып тоташа. Әсәйемдең тыуған яғына күсенеп ҡайтып, өлкән кластарҙа унда уҡыным. Шунан 2004 йылда Өфө пе дагогия колледжына уҡырға индем. Буласаҡ тормош иптәшем менән ошонда таныштыҡ. Мин технология, ирем физкультура бүлегендә уҡыныҡ. Шунда танышып, дуҫлашып киттек. Уҡыуҙы тамамлағас, икебеҙ ҙә ситтән тороп юғары уҡыу йорттарына уҡырға индек: мин өр-яңы һөнәр - информатика-психология белгеслеге буйынса белем алһам, ул тағы ла уҡыуын камиллаштырыу өсөн физкультура бүлегендә дауам итте. Уҡыған осорҙа өйләнештек һәм тәүге шатлығыбыҙ - улыбыҙ Ислам донъяға килде. Шунан ирем үҙенең тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итте, мин уның теләгенә ҡаршы килмәнем, һәм Һәүәләйгә ҡайт тыҡ. Ауыл ерендә төпләнгәнгә үкен мәйбеҙ. Бында баҡсала төрлө йәшелсә-емеш, ихатала сәскәләр үҫтереү һәм саф һауа, тирә-яҡтағы тәбиғәт бик оҡшай. Улыбыҙға биш йәш тигәндә бәхетебеҙҙе тулыландырып ҡыҙыбыҙ Камила тыуҙы. Был өйҙө һалып сыҡҡансы ете йыл ҡайны-ҡәйнә менән бер йортта торҙоҡ. Хәҙер икенсе йыл инде үҙебеҙ һалған өйө бөҙҙә йәшәйбеҙ. Инде улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ ҡул араһына ла инделәр, үҙ аллылар, үҙҙәре беҙгә ярҙамсылар. Ҡай ным-ҡәйнәм дә ярҙам итеп, терәк булып торалар, - тип һөйләне алсаҡ хужабикә.
Гөлнара Ҡадир ҡыҙы тәүҙә реабилитация үҙәгендә психолог булып эшләй. Артабан балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып күсә һәм тәрбиәсе һөнәре буйынса сит тән тороп уҡый. Шулай ҙа Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға иң яуаплы бурыс – бала бағып, кешелекте дауам иттереүҙе йөкмәткән. Ҡатын тағы ла бер бала табырға ҡарар итә, һәм был күркәм йортта тормоштарын тағы ла йәмләндереп, улдары Әмир донъяға килә. Әсә әлегә декрет ялын да сабыйҙарын тәрбиәләү менән мәшғүл.
Ғаилә башлығы Илгиз Илдар улы хеҙмәт юлын үҙе уҡыған колледжда һөнәре буйынса башлап ебәрә. Унда байтаҡ йылдар эшләй. Артабан яңы һөнәр үҙләштереп, баш ҡалаға “Росагросервис” йәмғиәтенә инженер-техник булып урын лаша. Бында тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт иткәндән һуң ошо һөнәре буйынса Нижегородкалағы “ОМ Партс” йәмғиәтенә күсә.
Ир ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, үҙе ҡорған донъяһына ваҡытын таба. “Ирем алтын ҡуллы, нимәгә тотона, шуны еренә еткереп башҡарып ҡуя. Ағас, тимер, кирбес һалыу эштәрен дә белә. Йортто төҙөгәндә үҙе бар эштәрҙе башҡарҙы”, - ти уның хаҡында ҡатыны.
Илгиз Илдар улының яратҡан шөғөлдәре – һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ. Ул буш ваҡыттарында урман-ҡырҙар ҡыҙы рырға ярата. Спорт менән дуҫ булыуы ла, әлбиттә, быға булышлыҡ итә. Балаларын да спортҡа ылыҡтырырға тырыша ул. Улар ҡыштарын бергәләшеп саңғыла йөрөйҙәр, конькиҙа шыуалар, йәйҙәрен бергәләп йүгерергә сығалар, һыу инәләр, улы менән икәүләшеп гер күтәрәләр. Был ғаилә сәләмәт йәшәү яҡлы булыуҙары, насар ғәҙәттәрҙән алыҫ йөрөүҙәре менән балаларына өлгө булып тора.
Садиҡовтар ғаиләһе балаларҙы ысын кеше итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Белем биреү, төрлө яҡлап үҫтереү, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү һәм эшһөйәрлеккә өйрәтеү мәсьәләләрен күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Балаларға мәғәнәле итеп йәшәргә, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә һәм тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтәләр. Ике бала ла бөтә фәндәрҙән дә тик “бишле” билдәләргә генә уҡый. Шулай ҙа малай бигерәк тә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен ярата. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, математика, рус теле, биология һәм башҡа фәндәр буйынса район олимпиадаларына йөрөп, еңеүҙәр яулай. Республика, Рәсәй кимәлендә лә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. Ул башҡа төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Шулай уҡ спорттың төр лөләрен үҙ итә - рус лаптаһы булһынмы, саңғы ярышымы, шахмат уйнаумы, волейболмы һәм башҡалар – береһенән дә ситтә ҡалмай. Әлегә 2-се класта уҡыусы Камила әсәһенең ҙур ярҙамсыһы - өй эштәрендә ярҙамлаша, ҡустыһын да ҡараша икән. Сәскә кеүек һылыу ҡыҙ һүрәт төшөрөргә әүәҫ, шахмат һәм ҡурай түңәрәктәрендә шөғөлләнә.
Был ғаилә балаларын эшһөйәрлеккә өйрәтеү маҡсатында ҡулдарынан килгәндәрен эшләтәләр, баҡса эше булһынмы, урам-ихата йыйыштырыумы, һауыт-һаба, иҙән йыуыу тиһеңме, барыһын да их лас баш ҡаралар. Тырыш һәм татыу ғаиләлә, әлбиттә, балалар ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәле һәм эшһөйәр булып үҫә.
Садиҡовтар буш ваҡыттарын һәр саҡ бергә уҙғарырға тырыша. Ялан-ҡырҙарҙа бергәләшеп еләк, бәшмәк йыялар, Өфөнөң төрлө иҫтәлекле урындарына ла йөрөйҙәр. Улар ғаиләһен бәхетле итеү өсөн ҡул көсөн һәм күңел йылыһын йәлләмәйенсә һалалар. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһендә тәртип һәм гармония хакимлыҡ итә: ир менән ҡатын да татыу, балалар ҙа ал дынғы, донъялары ла төҙөк һәм бөхтә.
Татыу ғаилә тормоштоң, бер-береһенең ҡәҙерен белеп, аңлашып, мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып, кә ңәш ләшеп йәшәй. Ә балалар был йортҡа йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өҫтәй.
Быйыл был күркәм ғаиләнең бергә йәшәүҙәренә 15 йыл булып та киткән. Ошо йылдар эсендә Садиҡовтар ныҡлы һәм ышаныслы ғаилә булдырған. Улар тормош йөгөн бергәләшеп тарта. Артабан да уларға бәхеттең уртаһында ҡайнап йәшәргә яҙһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фото ғаилә архивынан алынды.