Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Апрель 2022, 09:01

Күмертауҙа ЮХХДИ хеҙмәткәре ҡатыны менән һәләк булған

Уларҙың үле кәүҙәһе фатирҙарында табылған...

Күмертауҙа ЮХХДИ хеҙмәткәре ҡатыны менән һәләк булған
Күмертауҙа ЮХХДИ хеҙмәткәре ҡатыны менән һәләк булған

Мәғлүм булыуынса, хәүефһеҙ юл хәрәкәтенең өлкән дәүләт инспекторы, Күмертау ҡалаһы буйынса ЮХХДИ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Максим Геннадьевич Боков һәм уның ҡатыны Алена һәләк булған.

Уларҙың үле кәүҙәһе фатирҙарында табылған, көс ҡулланып үлтереү билдәләре юҡ. Фараз буйынса, улар һөрөм газынан ағыуланып һәләк булған.  

Мәрхүмдәр менән 20 апрелдә сәғәт 11-ҙә Салауат урамы, 19 адресы буйынса (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге) хушлашыу сараһы уҙасаҡ.

Республика Дәүләт автоинспекцияһы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре һәләк булған ғаиләнең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыуы тураһында белдерә.

“Башҡортостан” гәзите лә мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша. 

Фото: Маргарита Муратбакиеваның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарынан.

Автор:Рәмилә Мусина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: