Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2022, 11:38

Тамсы кеүек. Ғайса Хөсәйенов.

Кешелек тарихы миллиард-миллиард тамсыларҙан хасил булған. Бер тамсы күпме ғүмерҙәрҙе, эҙҙәрҙе үҙенә йыйған.Кешеләр тамсы кеүек ул. Берәүҙең моңло тауышын гел тыңлағы килә.Берәүҙең юҡ тауышын бар иткеһе килгәнен туҡтатаһы килә.

Тамсы кеүек. Ғайса Хөсәйенов.
Тамсы кеүек. Ғайса Хөсәйенов.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы


ТАМСЫ КЕҮЕК
Миллиондар, миллиардтар донъялыҡта йәшәп киткәндәр. Ғүмер һөргәндәр, донъя көткәндәр, эш-көш иткәндәр.
Миллиардтарҙың, миллиондарҙың, миллиондарҙан меңдәрҙең, меңдәрҙән йөҙҙәрҙең, йөҙҙәрҙән ундарҙың, ундарҙан берәүҙең күпмелер эҙе ҡалған.
Кешелек тарихы миллиард-миллиард тамсыларҙан хасил булған. Бер тамсы күпме ғүмерҙәрҙе, эҙҙәрҙе үҙенә йыйған.
Кешеләр тамсы кеүек ул.

Донъялыҡта һәр кемдең Александр Македонский йәки Наполеон була алыуы лазым түгел. Әммә һәр кем үҙ ҡәҙәренсә һәм хәленсә Македонский һәм Наполеон ниәте йөрөтһөн.

ТӨРЛӨҺӨ ТЫУА
Әҙәмдең аҡыллыһы һәм иҫәре лә, төҙөгө һәм бөкрөһө лә тыуа. Күпте белгән әҙәм аҡылы һәм фән шуны әсә ҡарынында, тыуырҙан әүәл белһә һуң. Берәй сараһын күрә алмаҫ инеме икән ни?
Юҡһа бит әле әсә ҡарынында уҡ донъяға киләһе күпме таланттар, бәлки, баһадирҙар скальпель менән киҫеп ташлана, йәндәре ҡыйыла. Уның ҡарауы һәм ҡарыуы – күпме боҙоҡ йәндәр, физик һәм рухи ғәриптәр донъяны боҙор, үҙҙәрен һәм кешеләрҙе ыҙалар өсөн донъяға килә.

ШАҒИРӘНӘ
Рус теле үҙе үк шағир, ти Н.В. Гоголь. Шағирәнә тел.
Хаҡ һүҙ. Һәр телдең үҙ эске моңо, шиғри ҡеүәһе бар.
Беҙҙең туған телебеҙ ҙә шулай. Башҡорт теленең эске моңон, музыкаллеген көсәйтә торған сингармонизм тәбиғәте күркәм. Төп һүҙгә бер төрлө ялғауҙар, киҫәксәләр ялғаныуы телде билдәле көйгә көйләй, һүҙҙәр, гүйә, шиғыр булып яңғырай.
Һүҙгә оҫта кеше һөйләмәй, һайрай төҫлө.
Шағир шиғыр ҡоймай, йырлай төҫлө.
Сәсән әйтем әйтмәй, һамаҡлай төҫлө.
Һаҡау менән аңҡау ғына ул ыҡ та мыҡ.

БӘҒЗЕ БЕРӘҮ...
Бәғзе берәү шул тиклем күп хыяллана, тауҙай пландар ҡора, әгәр ҙә мәгәр шул хыял-пландары барыһы ла ғәмәлгә ашһа, унан да күберәк эшләгән бөйөк әҙип булмаҫтыр кеүек.
Бәғзе берәү шул тиклем ижад тип яфалана, өйөм-өйөм ҡағыҙҙар бысрата, әгәр ҙә мәгәр хикмәт күп яҙыу, ныҡ ыҙаланыуҙа булһа, уға күптән һәйкәл ҡойорҙар ине.
Күптәр ярты ғүмерен диванда ҡырын ятып уйлап, юҡ-бар хыялға батып үткәрә. Иң кәрәгенә – уйҙан ғәмәлгә күсә алмай йонсой, батырлығы етмәй. Етер ҙә ине, бәлки, күрәһең, ихтыяр, һәләт үҙе юҡ.

Тормош шул тиклем хозур, һоҡланғыс, ҡарап йәшәп туйғыһыҙ.
Ә шул хаҡтағы күп әҫәр шул тиклем ҡоро, ялҡытҡыс, әйләнеп ҡарағыһыҙ.

Берәүҙең моңло тауышын гел тыңлағы килә.
Берәүҙең юҡ тауышын бар иткеһе килгәнен туҡтатаһы килә.
Шуныһы яҡшы, тауышы самалы артабан бик йырлап барырға атлыҡмай, үҙ самаһын белә.
Шуныһы яман, һәләте самалы барыбер яҙышыуын белә, уҡыйҙармы, һанлайҙармы, гүйә, уға артыҡ иҫе китмәй.

ТӨРЛӨ ЯҒЫ
Һәр белгесте телдең төрлө яғы ҡыҙыҡһындыра:
лексикографты – күберәк мәғәнә айышы, этимологияһы;
тарихсыны – тарихи төшөнсә яҡтары;
этнографҡа – ыҙан-йолаға ҡағылышлы моменттары,
яҙыусыға иһә эмоциональ ҡеүәһе һиммәтле.
Һәр кем һүҙҙән үҙе аңлаған, тормош тәжрибәһенән сығып килгән яҡтарҙы эҙләй һәм белә торғандыр.
Һүҙ – ул төрлө нур бөркмәле. Һәр кем уны үҙе күргәнсә, үҙе аңлағанса белә.
Һүҙҙең әле мин төрлө мәғәнә ҡатламдарын, оттеноктарын әйтмәйем. Улар ҡат-ҡат зөбәржәт кеүек.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: