Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2022, 12:48

Шундай уҡ яра эҙҙәре ҡаласаҡ...

Тиҙ ҡыҙыусан һәм үҙен ҡулында тота алмаған бер егет йәшәгән, ти. Бер көн атаһы тоҡ менән сөй биргән дә, асыуын тота алмаған һайын бағанаға бер ҡаҙаҡ ҡағырға ҡушҡан.

Шундай уҡ яра эҙҙәре ҡаласаҡ...
Шундай уҡ яра эҙҙәре ҡаласаҡ...

Тиҙ ҡыҙыусан һәм үҙен ҡулында тота алмаған бер егет йәшәгән, ти. Бер көн атаһы тоҡ менән сөй биргән дә, асыуын тата алмаған һайын бағанаға бер ҡаҙаҡ ҡағырға ҡушҡан.
Беренсе көндә бағанаға ундан артыҡ сөй ҡағылған. Икенсе аҙнала ул үҙенең асыуын ҡулға алырға өйрәнгән һәм бағанаға ҡағылған сөйҙәр һаны көндән-көн кәмегән. Егет сөй ҡағыуға ҡарағанда темпераментын контролдә тотоуҙы еңелерәк булыуын аңлаған.
Ниһәйәт, асыуын сығармаған көн килеп еткән. Ул үҙенең атаһына һөйләп биргән һәм атаһы бынан ары асыуыңды сығармай тотҡан һайын берешәр сөй һурып сығара алаһың тигән.
Ваҡыт үтеп торған һәм атаһына бағанала бер сөй ҙә ҡалмауын әйтерлек көн килеп еткән. Шунан, атаһы улын ҡулынан тотоп бағана янына килтергән:
- Һин һәйбәт эш атҡарҙың, әммә бағанала күпме тишек ҡалғанын күрәһеңме? Ул бағана бер ҡасан да элекке һымаҡ булмаясаҡ. Кешегә берәй ниндәй әрнеүле, асыулы һүҙҙәр әйткәндә, уның күңелендә шундай уҡ яра эҙҙәре ҡала, бына ошо тишектәр кеүек. Һин унан һуң әллә нисәмә тапҡыр ғәфү үтенһәң дә - был яра эҙҙәре ҡаласаҡ.

"Беҙ бергә" төркөмөнән.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: