Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2022, 11:09

Ҡолаҡ яҡшы ишетһен өсөн

Ҡарттар ғына түгел, ә ҡайһы бер йәштәр ҙә ҡолаҡтарҙың насар ишетеүе проблемаһы менән йонсой. Бындай осраҡта төрлө препараттар ярҙамға килмәһә, табип менән кәңәшләшеп, халыҡ медицинаһын ҡуланып ҡарарға мөмкин. Һеҙгә яҡшы эффект бирә тип табылған бер ысулды тәҡдим итмәксебеҙ. Бындай ысул 97% осраҡта ишетеү һәләтен яҡшыртырға ярҙам иткән тиҙәр.

Уның өсөн өс тырнаҡ өйҙә үҙегеҙ үҫтергән һарымһаҡтың һутын һығып алығыҙ. Шул һутҡа зәйтүн майы (оливковое масло) ҡушығыҙ. Һарымһаҡтың һуты бер сәй ҡалағы сыға. Шуға өс сәй ҡалағы зәйтүн майы өҫтәргә кәрәк буласаҡ. Яҡшылап болғатҡас, пипеткаға алығыҙ. Был дарыуҙы көнөнә бер мәртәбә ҡолаҡҡа 3-4 тамсы тамыҙығыҙ. Һәм ҡолаҡҡа мамыҡ тығып, май төпкәрәк үтеп ингәнсе ятып тороғоҙ. Ошо ысул хатта 80-90 йәштәге ололарға ла ишетеү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итә, тиҙәр.

Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: