Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Апрель 2022, 16:39

Сабыйҙарҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Бәләкәстең аяныслы тауышын ишетеп, ата-әсә йүгереп килеп сыға...

Сабыйҙарҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Сабыйҙарҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!

Өфөлә тағы бер аяныслы фажиғә теркәлде: туғыҙ айлыҡ сабый ҡайнар һыуға бешеп, үлемесле йәрәхәттәр алған. Был хаҡта Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, башҡа ғаилә ағзалары күрше бүлмәлә булғанда, сабый бер үҙе кухняла ҡалған. Әйтеүҙәренсә, ҡыҙ бала ҡайнап ултырған электр сәйнүге сымын тарты, һыулы һауытты үҙенә ауҙарған.

Сабыйҙың аяныслы тауышына ата-әсә йүгереп килеп сыға. Ашығыс ярҙам саҡырталар, әммә баланы дауаханаға илткәндә йән бирә. 

Хәҙерге ваҡытта тикшереү дауам итә. Ғаиләнең имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә тормауы билдәле.

Йортта ла балаларҙы хәүеф һағалап тора. Өлкәндәрҙең уяу булыуы, сабыйҙарҙы яңғыҙын ҡалдырмау, ҙурыраҡтарына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен даими аңлатыу мөһим. 

Фото: BashNews

 

 

Автор:Дина Арсланова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: