Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Март 2022, 14:48

“Зифа” башҡаларҙан һис тә кәм түгел...

Үҙебеҙҙең продукция сифатлы ла, арзан да

“Зифа” башҡаларҙан һис тә кәм түгел...
“Зифа” башҡаларҙан һис тә кәм түгел...

“Башҡортостан  сода компанияһы” составындағы “Эколь” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте сит ил продукцияһын алмаштырыу йәһәтенән  кер йыуыу порошоктары етештереү күләмен  арттырҙы.

Үткән айҙа ғына кер йыуыу өсөн тәғәйенләнгән "Зифа" һәм "Луч" порошогы өс тапҡырға күберәк сығарыла башлаған. Компанияла белдереүҙәренсә, уларҙың етештереү ҡеүәттәре көнкүреш химия баҙарындағы ихтыяжды  тулыһынса ҡәнәғәтләндерә аласаҡ.   "Эколь" продукцияһы ҡулланыусылар өсөн сифаты  буйынса ғына түгел, хаҡының арзанлығы менән дә ҡулайлы.

Порошок  үҙебеҙҙәге сеймал сығанаҡтарын файҙаланып етештерелә, элек сит илдән алынған ҡушымталар хәҙер  Рәсәйҙә етештерелгәндәренә алмаштырылған. Етештереү күләмдәрен арттырыу менән компанияла бала әйберҙәрен йыуыу өсөн  тәғәйенләнгән "Tobbi Kids" онтағын сығарыуҙы тергеҙергә һәм йәйгә балалар өсөн башҡа төрлө кер йыуыу сараларын етештерә башларға уйлайҙар.

 

#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше

Фото:gtrk.ru

 

Автор:Дина Арсланова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: