Даирә
+23 °С
Ясно
Төрлөһөнән
2 Февраля 2022, 11:38

Районда эпидемиологик хәл нисек?

Коронавирус ауырыуының көндән-көн көсәйә барыуы һәр кемде уйға һалалыр, моғайын. Иң элек был сир уҡыусыларҙа һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа тоҡанып китте.

Районда эпидемиологик хәл нисек?Районда эпидемиологик хәл нисек?
Районда эпидемиологик хәл нисек?

Райондың баш педиатры Гөлнара Аллаярова әйтеүенсә, ғинуар башында киҫкен респираторлы-вируслы инфекция менән 134 бала ауырыһа, коронавирус менән ауырыусы балалар бөтөнләй булмай. Ә инде 29 ғинуарға һандарҙы алһаҡ, киҫкен респираторлы-вируслы инфекция менән ауырыусы балалар һаны 859-ға еткән, ә коронавирус 95 балала асыҡланған. Бер ай эсендә был һандарҙың ҡапыл үҫеүе, балаларҙа сирҙең бик тиҙ таралыуы хаҡында иҫбатлай.
Шуның менән бәйле, коллективта ковид-19 ауырыуы асыҡланған осраҡта, барлыҡ класс йәиһә төркөм бер аҙнаға дистанцион уҡыуға оҙатыла.
Әлеге ваҡытта Боҙаяҙ, Иҫке Ҡыйышҡы, Прибельский, Константиновка, Сихонкин, Сахай, Иҫке Бәпес, Илтирәк, Подлубово, Ҡырмыҫҡалы мәктәптәренең ҡайһы бер кластары, шулай уҡ Ҡабаҡ мәктәбе карантинға ябылды.
Бынан тыш, 8 балалар баҡсаһының ҡайһы бер төркөмдәре һәм мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре ваҡытлыса эшләүҙән туҡтаны. Улар иҫәбенә 1-се балалар баҡсаһы, уның Урал филиалы, “Бал ҡорто”, Николаевка, Константиновка, Иҫке Муса, Иҫке Ҡыйышҡы, Һәүәләй ауылдарының балалар баҡсалары инә. Балалар менән бер рәттән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҙә ауырый.
Барлығы район буйынса ҡырҡтан ашыу класс онлайн-форматта уҡый һәм 9 төркөм ябылған.
Аңлауығыҙса, эпидемиологик хәл торошо ҡатмарлы, шуға күрә балаларҙа киҫкен респираторлы-вируслы инфекция симптомдарын тойһағыҙ, үҙ белдегегеҙ менән дауаларға ашыҡмағыҙ, мотлаҡ медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Был йәһәттән, райондың баш табибы Салауат Камалетдиновтың да һөйләп китеүен һораныҡ.
- Ысынлап та, коронавирустың “Омикрон” штамы бик ауыр кисерелә һәм башҡа штамдарға ҡарағанда, 4-7 тапҡырға тиҙерәк тарала. Ауырыуҙың балалар араһында йышыраҡ таралыуы ла күҙәтелә.
Уҙған аҙнала район үҙәк дауаханаһына 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн 30 балаға тәғәйенләнгән ике компонентлы вакцина ҡайтарылғайны.
Район мәғариф бүлеге аша вакцина яһатыуға ризалыҡ биргән 100 үҫмерҙең 30-ы был вакцинаны яһатты ла инде. Үҫмерҙәргә вакцина яһар алдынан педиатр уларҙың тән температураһын, ҡан баҫымын үлсәй. Әлеге ваҡытта уны һалдырыусылар үҙҙәрен яҡшы тоя.
“Спутник М” – тәьҫирлеге күптән иҫбатланған, электән билдәле, биш тапҡыр шыйыҡлатылған яҡшы вакцина, тип иҫәпләнә. Шуға ла ул еңел кисерелә. Әлбиттә, вакцина яһатмау өсөн күрһәтмәләр ҙә бар. Препарат компоненттарына аллергия булғанда, һалҡын тейгәндә һәм башҡа сирҙәр менән ауырығанда уны яһатырға ярамай. Хроник сирҙәр булғанда прививка алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Ата-әсәләргә, әгәр ҙә балағыҙ вакцина эшләтергә ризалашҡан икән, өс көн дауамында өйҙә күҙәтеү аҫтында тоторға кәңәш итәбеҙ. Прививканан һуң беренсе ике көндә тән температураһы күтәрелергә, хәлһеҙлек булырға мөмкин, тик был тәбиғи күренеш.
Шулай уҡ, башҡалар ҙа коронавирусты йоҡтормау саралары – вакцина яһатыу, ревакцинация, ҡулдарҙы йыш йыуыу, бәйләнештәрҙе кәметеү, битлек режимын һаҡлау, бүлмәләрҙе елләтеү кәрәклеген онотмаһындар ине. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас