

Уны әҙерләр өсөн
Банан – 3 дана,
Карамель өсөн
Сахар - 80 г,
Һыу - 30 мл, тағы 30 мл эҫе һыу,
Ҡамыр өсөн
Йомортҡа – 2 дана,
Шәкәр - 100 г,
Тоҙ – ярты сәй ҡалағы (әҙерәк тә ярай),
Он - 150 г,
Ҡамыр ҡабартҡыс - 1 сәй ҡалағы,
Аҡ май – 100 г (йомшарған) кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә карамель эшләгеҙ. Бының өсөн ҡалын төплө кәстрүлгә шәкәр менән 30 мл һыу һалып, алтынһыу төҫкә ингәнсе талғын утта бешерегеҙ. Һуңынан 30 мл эҫе һыу һалып бутағыҙ ҙа, уттан алығыҙ. Табаны аҡ май менән майлағыҙ һәм эҫе карамелде ҡойоғоҙ. Таҙартылған банандарҙы арҡырыға һәм буйға киҫеп, карамель өҫтөнә теҙегеҙ.
Хәҙер ҡамыр әҙерләгеҙ. Йомортҡа, тоҙ һәм шәкәрҙе бергә ҡушып, миксер менән бутағыҙ. Аҡ май ҡушҡас, тағы дауам итегеҙ. Артабан ҡамыр ҡабартҡыс ҡушылған ондо ҡалаҡ менән бутағыҙ. Ҡамырҙы банандар өҫтөнә ҡойоғоҙ һәм духовкағыҙҙың үҙенсәлеген күҙ уңында тотоп, 25-30 минут бешереп алығыҙ.
Духовканан алып, бәлеште 5 минут тирәһе һыуытҡас, банандар өҫтә булырлыҡ итеп тәрилкәгә түңкәреп һалығыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Рецепт һәм фото оҫта хужабикә Зөһрә Дмитриева @dmirievazukhra аккаунтынан алынды.