Даирә
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
10 Декабря 2021, 07:08

Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмә

Уҡыусыһы остазына:- Һин шундай аҡыллы, күпте беләһең, һәр ваҡыт кәйефең яҡшы, бер ҡасан да бер кмегә лә асыуланмайһың. Мине лә шундай булырға өйрәт, ярҙам ит, - ти. Уҡытыусыһы ризалаша һәм уҡыусыһына үтә күренмәле тоҡсай һәм картуф килтерергә ҡуша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмәКүңелеңдә ауыр таш йөрөтмә
Күңелеңдә ауыр таш йөрөтмә
  • Әгәр һин берәйһенә асыуланаһың һәм асыуыңды йәшерәһең икән, - тигән остазы, - картуф ал да бер яғыңа – үҙеңдең, ә икенсеһенә низағлашҡан кешенең исемен яҙ ҙа тоҡсайыңа һалып ҡуй. Тоҡсайҙы һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөргә тейешһең. Берәйһенә асыуланһаң, тоҡайыңдағы картуф берәүгә артырға тейеш.

Ваҡыт үтә. Картуфтар артҡандан арта, тоҡсай көндән-көн ауырая. Уҡыусы ҡабат остазына килә һәм:

  • Быны башҡаса үҙем менән йөрөтөүе мөмкин түгел. Беренсенән, тоҡ бик ауыр, икенсенән, картуфтар боҙолдо. Берәй икенсе нимә тәҡдим итсе, - ти.

Остазы:

  • Һинең күңелеңдә лә шул уҡ хәл. Әгәр берәйһенә асыуланһаң, кенә ҡыуһаң, һинең күңелеңдә таш барлыҡҡа килә. Быны һин шунда уҡ тоймайһың ғына. Ә таш ҙурайғандан-ҙурая бара. Һинең ҡылыҡтарың – ғәҙәткә, ә ғәҙәт эскерле, насар, үсле характерға әйләнә. Мин һиңә ошо процесты ситтән күҙәтергә форсат бирҙем.

Рәмилә Тайсынова тәржемәһе.

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас