Даирә
+8 °С
Облачно
Төрлөһөнән
7 Декабря 2021, 11:52

Дүрт проект — «Russian Event Awards 2021» туристик премияһы лауреаты!

Башҡортостан вәкилдәре быйыл конкурста ҡатнашҡан бөтә төбәктәр араһында иң күп һуңғы турға үтеүселәр булды: беҙҙән 26 проект тәҡдим ителде, шуларҙың 18-е финалға сыҡты.

Дүрт проект — «Russian Event Awards 2021» туристик премияһы лауреаты!Дүрт проект — «Russian Event Awards 2021» туристик премияһы лауреаты!
Дүрт проект — «Russian Event Awards 2021» туристик премияһы лауреаты!

Ошо көндәрҙә Ульяновск ҡалаһында туризм өлкәһендә X «Russian Event Awards 2021» милли премия финалы үҙ эшен тамамланы. Башҡортостандың дүрт туристик проекты лайыҡлы баһа алды. Шулай уҡ сарала туризмды үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн жюри ағзалары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты билдәләне. 

– Жюри билдәләгән проекттар быйыл үҙҙәрен федераль кимәлдә танытыуға өлгәште: йыл һайын ҡунаҡтарҙы республика ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән дә ҡабул итәләр. Әйткәндәй, Башҡортостан вәкилдәре быйыл конкурста ҡатнашҡан бөтә төбәктәр араһында иң күп һуңғы турға үтеүселәр булды: беҙҙән 26 проект тәҡдим ителде, шуларҙың 18-е финалға сыҡты, — тине Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Башҡортостан Республикаһынан лауреаттар исемлеге:

- «Гастрономия туризмындағы иң шәп сара» номинацияһында «Бөрө билмәндәре» гастрономик фестивале Гран-при яуланы, Бөрө ҡалаһы;

- «Йәштәр өсөн иң яҡшы туристик сара» номинацияһында Гран-при «1000 музыканттар көнө»нә тапшырылды, Өфө;

- «Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында 1-се урын — «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале, Бөрө;

- «Спорт өлкәһендә иң яҡшы туристик сара» номинацияһында 2-се урын — «Малидак» ғаилә-спорт фестивале, Белорет.

— «Ваҡыт йылғаһы» фестивале Рәсәй кимәлендә күптән билдәле — был юлы ул «Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында беренсе урынға сыҡты. «Бөрө билмәндәре» гастрономия туризмы өлкәһендәге иң яҡшы сара тип иғлан ителде.  Быйыл беҙ уны федераль кимәлгә сығарҙыҡ – уны туризм оҫталары, абруйлы баҫмалар, туроператорҙар өйрәнде. Беҙ сираттағы «Бөрө билмәндәренә» әҙерләнәбеҙ, һәм барыһын да 8 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһы майҙанында үтәсәк ғаилә фестиваленә саҡырабыҙ, — тине сараларҙы ойоштороусы Руслан Хәмиҙуллин.

Шулай уҡ сарала Ғилми-тикшеренеү үҙәге күргәҙмәһенең R&C махсус премияһы «1000 музыканттар көнө»нә тапшырылды.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас