Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2021, 18:36

Туғандарын мәңгелек ҡайғыға һалып...

Тырыш, уңған ҡыҙ киләсәктә уҡытыусы булып, балалар менән эшләргә хыялланған.  

Туғандарын мәңгелек ҡайғыға һалып...
Туғандарын мәңгелек ҡайғыға һалып...

Авария тураһындағы хәбәрҙе бер кем дә тыныс ҡабул итә алмайҙыр, сөнки уның артында селпәрәмә килгән яҙмыштар, кеше ғүмерҙәре тора. Бөгөн автомобиле булмаған кеше һирәк осрай, бер ғаиләлә әллә нисә машинаһы булғандар арта бара. Йәштәр ҙә, 18 йәше тулыу менән танытма алып, рулгә ултыра. Әлбиттә, халыҡтың ошолай етеш йәшәүе, уңайлыҡтарға эйә булыуы ҡыуаныслы, әммә автомобилдәрҙең хәүеф сығанағы булыуы хаҡында ла оноторға ярамай. Ноябрҙә лә булған үлемесле юл ваҡиғалары ошо хаҡта һөйләй.  

Мәҫәлән, ноябрҙә теркәлгән аварияларҙың береһендә 19 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә, тағы ла алты кеше дауаханаға оҙатыла. Республика ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Дүртөйлө районында булған был ваҡиғала ҡыҙ идара иткән “Лада Гранта” автомобиле ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм “Хендай Крета” автомобиленә барып һуғыла. Бәрелеш шул тиклем көслө була – ике машина ла юл ситенә оса.

“Лада Гранта” рулендәге ҡыҙ шунда уҡ һәләк була, ә уның 19 йәшлек пассажирын иҫен юғалтҡан хәлдә дауаханаға алып китәләр. Сит ил машинаһы рулендә 40 йәшлек ир булған, уның дүрт пассажирына ла, шул иҫәптән 16 һәм 10 йәшлек ҡыҙҙарға, медицина ярҙамы талап ителгән.

Киң мәғлүмәт саралында хәбәр итеүҙәренсә, юл һәләкәтендә вафат булған ҡыҙ сығышы менән Шаран районынан, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында педагогика факультетында уҡыған. Фажиғәгә тарыған көндө ул иптәш ҡыҙы менән Бөрөгә уҡыу практикаһына китеп барған. Фараз буйынса, ҡыҙ идара иткән автомобиль тайып китеп, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.

Ҡыҙҙың әхирәте һөйләүенсә, һәләк булыусының водитель стажы 10 ай ғына булған, ул юлда һаҡсыл йөрөгән. Ҡыҙға машинаны атаһы бүләк иткән, шуға ла ул “тимер аты” менән ғорурланып, уны һаҡлап ҡына йөрөткән. Дуҫтары һәм таныштары ҡыҙ хаҡында тик йылы хәтирәләр менән уртаҡлашып, “әүҙем һәм тормошто яратҡан кеше ине” тип яҙа. Тырыш, уңған ҡыҙ киләсәктә уҡытыусы булырға, балалар менән эшләргә хыялланған. Әммә авария уның яҡты хыялдарын селпәрәмә килтерә, ата-әсәһен һәм һеңлеһен мәңгелек ҡайғыға һала...

Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа ата-әсәһенең өмөтө, кемдеңдер ғәзиз кешеһенең ғүмеркәйҙәре ҡыйыла. Тәжрибәһе булмайынса, оло юлға сыҡҡан водителдәр үҙҙәренең генә түгел, шулай уҡ башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Мәҫәлән, быйыл ун айҙа стажы ике йылдан кәм булған водителдәр ҡатнашлығында 136 һәләкәт теркәлгән, уларҙа 20 кешенең ғүмере өҙөлгән, 192 кеше йәрәхәттәр алған. Был һандар автомобилдең уйынсыҡ булмауын тағы ла берҙе дәлилләй.

Юлдарығыҙ имен булһын, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғүмер бер генә бирелә.

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.

 

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: