Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2021, 12:45

Бәлә ишек алдында көткән...

Башына тимер ҡоролма төшкән ҡыҙҙың хәле нисек?

Бәлә ишек алдында көткән...
Бәлә ишек алдында көткән...

Ике йыл элек үк Ишембайҙа туғыҙ йәшлек ҡыҙ баланың уйнап йөрөгән сағында өҫтөнә ихаталағы тимер ҡоролма ҡолап, ныҡ имгәнеүе тураһында күп яҙылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусы ғәрип булып ҡалған, уға яңынан-яңы операциялар талап ителгән, ә шул уҡ ваҡытта ғәйепле кеше һаман табылмаған, яуаплылыҡҡа тарттырылмаған.

Полинаның уң битен өлөшләп тигәндәй йыя табиптар. Мейегә бәйле ерендә баланың ғүмере өсөн ныҡ ҡурҡалар, тик ҡыҙ көслө булып сыға, бирешмәй. Башҡортостандың Тәфтиш комитетында бәхетһеҙлек осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Әммә әлегәсә был хәүефле ҡоролма өсөн яуаплы кешене таба алмағандар, сөнки икенсе көнөнә үк торлаҡ-эксплуатациялау идаралығы эшселәре уны бысып алып киткән һәм юҡ иткән.

"Тәфтишселәр уны бөтә ерҙән, хатта тимер-томор йыйыу пунктында ла эҙләне, тик осона сыға алманы", ти ҡыҙҙың әсәһе. Тәүге тикшереүсе уны экспертизаға ебәрергә тейеш булһа ла, ҡоролма ҙур булғанлыҡтан, быны эшләй алмаған, ә фотоға ғына төшөргән.
Ә был ваҡытта Торлаҡ-эксплуатациялау идаралығы етәксеһе Татьяна Магрицкая үҙ теләге менән вазифаһынан киткән. Уның өҫтөнән енәйәт эшен ҡарау судҡа төп дәлил - тимер конструкция булмау сәбәпле еткерелмәгән.

Ә бәхетһеҙлеккә тарыған ғаилә дауаланыу өсөн миллион һумға яҡын аҡсаһын бөтөргән. Әле бала үҙен яҡшы тоя, тик башы ауыртыуға зарлана, ти яҡындары. Киләсәктә ҡыҙҙың йөҙөнә ҡиммәтле пластик операция кәрәк буласаҡ. Полина фажиғәгә тарығандан һуң тәүгә мәктәпкә барған, ә быға тиклем ул өйҙән уҡыған.

Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-11-25/b-l-ishek-aldynda-k-tk-n-2595472
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: