Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2021, 10:37

Кеше үлтергән өсөн – 13 йыл

Районда йәшәүсе бер ир РФ Енәйәттәр кодексының 105 статьяһы 1 өлөшө буйынса (“Үлтереү”) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Кеше үлтергән өсөн – 13 йыл
Кеше үлтергән өсөн – 13 йыл

Суд кәңәшмәһендә ҡаралыуынса, 2021 йылдың ғинуарында 60 йәштәге ир үҙенең танышы менән спиртлы эсемлектәр эсә. “Ҡунаҡ булған” саҡта таныштар араһында бәхәс ҡуба, һәм улар һуғышып китә. Ир танышына бысаҡ менән 20 тапҡыр сәнсә. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәрҙән вафат була.
Ғәйепләнеүсе яртылаш ғәйебен таный. Уға махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 13 йылға иркенән мәхрүм итеү, шулай уҡ әхлаҡи зыян өсөн һәләк булыусының ата-әсәләре файҙаһында 1 миллион 600 мең һумға компенсация күсереү билдәләнә.
Т.Ф.Мөхәмәтов, райондың өлкән прокурор ярҙамсыһы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: