Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2021, 16:38

"Иремде яныбыҙҙа ҡалдырырға ярҙам итегеҙ!"

Документтары менән проблема булған ирҙе Ҡаҙағстанға ҡыуырға итәләр.Уҡығыҙ:

"Иремде яныбыҙҙа ҡалдырырға ярҙам итегеҙ!"
"Иремде яныбыҙҙа ҡалдырырға ярҙам итегеҙ!"

Рөстәм Дәүләтшин тигән кеше Башҡортостанда тыуған. Һуңғараҡ ата-әсәһе менән Ҡаҙағстанға күсеп киткән һәм бер ни тиклем ваҡыт үткәс, әсәһе һәм һеңлеһе менән кире әйләнеп ҡайтҡан. Ун йыл элек ир паспортын юғалтҡан, әммә уны кире юллап алмаған, сөнки Себерҙә эшләгән һәм унда танытма менән генә урынлашҡан булған. Был турала “Моя Уфа” порталы “КП-Өфө” баҫмаһына таянып хәбәр итә.

Биш йыл элек иһә ир Регина исемле ҡыҙ менән танышҡан. Улар бергә йәшәй башлаған һәм улдары тыуған. Әммә документтары булмауы арҡаһында өйләнешә алмағандар, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығында ла "атай" тигән графала һыҙыҡ тора.

– Ирем даими рәүештә миграция хеҙмәте менән бәйләнештә булды, атай булыуын теркәр өсөн ниндәй булһа ла документтар эшләүҙе һораны. Уға кире Ҡаҙағстанға барырға кәрәк тинеләр, тик мин бәләкәй бала менән инем, ирем эшләр һәм ғаиләне тәьмин итер өсөн ҡалды, – тип һөйләгән уның ҡатыны.

Йәй көнө әҙерәк эскән килеш ҡайтып килгән саҡта уны урам буйында полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Һөҙөмтәлә, дүрт мең һум штраф һалалар, ә яңыраҡ учстковый килә лә, һин мигрант-закон боҙоусы, ти һәм Ҡаҙағстанға депортация янауын әйтә.

– Әгәр иремде Ҡаҙағстанға ебәрһәләр, ул 5-7 йылдан һуң ғына ҡайта аласаҡ. Ә беҙ нимә эшләрбеҙ һуң? Мин чиновниктарға, миграция хеҙмәтенә, ярҙам итә алған кешеләргә мөрәжәғәт итәм: зинһар өсөн иремә Рәсәйҙә документтар эшләргә ярҙам итегеҙ, ғаиләне айырмағыҙ! – тип һорай ҡатын.

Әле ир сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәгендә. Ғаиләһе менән уға көнөнә бер нисә минут ҡына аралашырға рөхсәт итәләр. 

Фото: "КП-Өфө". 

 

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: