Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь , 10:32

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор алмашынды

18 ноябрҙә Зөһрә Рәхмәтуллина Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына директор итеп һайланды. Дүшәмбе ул рәсми рәүештә ошо вазифаға тәғәйенләнә.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор алмашынды

Зөһрә Рәхмәтуллина — философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәйҙең Тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы. 400-ҙән ашыу баҫма эш, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм тәрбиә философияһы проблемалары буйынса монографиялар, уҡыу ҡулланмалары авторы.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы тәүге һәм берҙән-бер учреждениеһы. Институт шәрҡиәттең классик йүнәлеше — төркиәт буйынса комплекслы тикшеренеүҙәр алып бара. Уның үҙенсәлеге шунда: бында башҡорт халҡының бай мәҙәниәте, теле, тарихы, этнологияһы өйрәнелә. 2016 йылдан институтҡа география фәндәре докторы, профессор Айбулат Псәнчин етәкселек итте.

Фото: "Башинформ"

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-11-18/tarih-tel-m-bi-t-institutynda-direktor-almashyndy-2588395 

Автор:Ильнара   Хакимова