Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2021, 17:26

Республикала буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар фаразлана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы болотло һауа торошо тураһында иҫкәртә.  

Республикала буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар фаразлана
Республикала буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар фаразлана

Ведомство мәғлүмәте буйынса, 20 ноябрҙә республикала урыны менән буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең секундына 15-20 метрға етеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә.

Алдағы тәүлектәрҙә болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ иһә ҡар, епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -2,-7, көндөҙ 0,-5 градус була. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Өфөлә болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, урыны менән секундына 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -3,-5, көндөҙ -1,-3 градус була. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Фото: Ксения Калинина.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-19/bash-ortostanda-buran-bo-lauy-m-epshek-ar-farazlana-2590144 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: