Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2021, 14:53

Башҡортостанда өсөнсө кварталда күсемһеҙ милек 4-5% ҡиммәтләнгән

Баҙар быйыл әүҙем үҫешә башланы, аналитиктар быны льготалы ипотека программаһы менән бәйләй.

Башҡортостанда өсөнсө кварталда күсемһеҙ милек 4-5% ҡиммәтләнгән
Башҡортостанда өсөнсө кварталда күсемһеҙ милек 4-5% ҡиммәтләнгән

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, беренсел баҙарҙа хаҡтар 2020 йылдың икенсе кварталына ҡарата — 5%, дүртенсе кварталына 9,5%  артҡан. Икенсел баҙар ағымдағы йылдың апрель-июненә — 4,2%, уҙған йылдың аҙағына 8,8% үҫеш күрһәткән.

Республика буйынса беренсел баҙарҙа квадрат метрҙың уртаса хаҡы беренсе кварталда — 71,8 мең һум, икенсеһендә — 73,8 мең һум, өсөнсөһендә 77,5 мең һум тәшкил иткән.

Икенсел баҙарҙа «квадрат»тың уртаса хаҡы — 63,4, 64,9 һәм 67,7 мең һум.  

Өфөлә хаҡтар күпкә юғары. «Фатирҙар донъяһы» федераль порталы мәғлүмәттәре буйынса, беренсел баҙарҙа квадрат метрҙың уртаса хаҡы өсөнсө кварталда — 93,2  мең һумдан ашыу.

Өфөлә беренсел баҙарҙағы фатирҙың уртаса хаҡы — 4,8 миллион һум.

Баш ҡаланың икенсел баҙарындағы хәл: «квадрат»тың уртаса хаҡы — 82,4 мең һум, фатир — 4,62 миллион һум.

Фото: "Башинформ".

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2021-11-19/bash-ortostanda-s-ns-kvartalda-k-sem-e-milek-4-5-imm-tl-ng-n-2589616 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: